Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
9 Октябрь , 16:20

Владимир Путин Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләү тураһында белдерҙе

2025 йылда Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләй, тип белдерҙе Рәсәй президенты Владимир Путин.

«2025 йылда беҙ бергәләп Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең һикһән йыллығын билдәләйбеҙ, берләшмә илдәрендә был нацизмға ҡаршы көрәштә берҙәмлек һәм тыныслыҡ йылы була», — тине Путин БДБ саммитындағы сығышында.

Шулай уҡ Рәсәй президенты Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә хеҙмәт даны ҡалаһы тигән мәртәбәле исем булдырырға һәм уны Бөйөк Ватан һуғышында хәрби, гражданлыҡ продукцияһын өҙлөкһөҙ етештереүҙе тәьмин итеп, Еңеүгә ҙур өлөш индергән ҡалаларына бирергә тәҡдим итте. Президент һүҙҙәренсә, был халыҡтарҙың батырлығын таныу һәм ихтирам күрһәтеү символы буласаҡ.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-10-08/vladimir-putin-anonsiroval-prazdnovanie-80-letiya-pobedy-3960703

Автор:
Читайте нас: