АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
3 Октябрь 2024, 06:05

МУЗЕЙ РЕМОНТЛАНА

Иң ҡыуаныслыһы- Сибай ҡалаһы ҡала округы Советы депутаты, "Азатлыҡ" халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры финанс ярҙам күрһәтте. Ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!

МУЗЕЙ РЕМОНТЛАНАМУЗЕЙ РЕМОНТЛАНА
МУЗЕЙ РЕМОНТЛАНА

Бынан дүрт йыл элек, 2020 йылдың сентябрендә,Төйәләҫ ауылындағы 11-се мәктәптә асылған музей бына инде дүрт йыл мәктәп балаларын, ауыл халҡын үҙенә тартып торған төрлө саралар үткәреү урынына әйләнде. Музейҙа ауыл, мәктәп тарихына ҡағылған мәғлүмәт тупланған. Һуғыш һәм тыл ветерандары, һуғыш осоро балалары, хәрби хәрәкәт ветерандары тураһында папка- альбомдар эшләнгән. Халҡыбыҙҙың боронғо тормош-көнкүреш әйберҙәре тупланған... Ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары (етәксеһе Р.С. Ғәзимова) музейҙы ҡарап, тәртиптә тота, бөтә саралар (мәктәп уҡыусылары, һуғыш осоро балалары, ҡала ҡунаҡтары менән осрашыуҙар) ошонда үткәрелә. Ҡаланың ветерандар советы рәйесе Р.Х. Иҙрисов, "Һуғыш балалары" ойошмаһы етәксеһе Ф. З.Хәмитова, ҡаланың китапханалар селтәренең 2-се филиалы мөдире Н.Ф.Йәнбирҙина үҙе етәкләгән "Күңел утрауы" клубы ағзалары менән музейҙа үткәрелгән сараларҙа ҡатнаштылар. Бигерәк тә ауылдың һуғыш осоро балалары менән осрашыу иҫтәлекле булды. Ҡыҫҡаһы, музейҙың әһәмиәтен, унда эшләп килгән ағинәйҙәр ойошмаһының эше баһалап бөткөһөҙ. Тағы ла шуны билдәләп үтеү кәрәк: музей һәм ағинәйҙәр менән урындағы китапхана мөдире Л.М.Бикҡолова, И. Ә. Буранғолова (әйткәндәй, ошо музейҙы Илүзә Әсхәт ҡыҙы, үҙе директор булып эшләгәндә, асырға ярҙам итте), А.К. Кәримова ( бер ай элек кенә музей мөдире итеп тәғәйенләнде) бергә-бергә, ҡулға ҡул тотоношоп эшләйҙәр. Ошо дүрт йыл эсендә музей урынлашҡан кабинетҡа ремонт үткәрелгәне юҡ ине. Бына әлеге мәлдә ағинәйҙәр тәҡдиме менән музейҙа ремонт эшен башларға торалар. Иң беренсе үҙҙәре аҡса йыйҙы, был изге эшкә ярҙам йәһәтенән уҡытыусылар ҙа ҡушылды. Иң ҡыуаныслыһы- Сибай ҡалаһы ҡала округы Советы депутаты, "Азатлыҡ" халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Илһам Әбделғужин финанс ярҙам күрһәтте. Ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!

Ремонттан һуң музейыбыҙ тағы ла йәмләнеп, матурланып, үҙенә тартып торор әле, иншалла.


Сәғиҙә Байназарова, мәғариф ветераны.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас