АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
1 Октябрь , 14:35

Тәфтиш комитеты Башҡортостандың вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаевҡ

Рәсәй Тәфтиш комитеты Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаевҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты, тип хәбәр итә Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте. Чиновник Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 290-сы статьяһының 6-сы өлөшө буйынса айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.

Ведомство версияһы буйынса, Алан Марзаев юл-төҙөлөш компанияһы етәкселәренән ҡурсалау һәм юлдар һалыу өсөн дәүләт килешеүҙәрен төҙөүҙе тәьмин итеү өсөн 37 миллион һум аҡса алған.

«Ришүәт биргәндә аралашсы Башҡортостандың транспорт министры вазифаһын биләгән Александр Клебанов булған. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә», — тип белдерҙеләр Рәсәйҙең Тәфтиш комитетында.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-09-30/sledkom-vozbudil-delo-protiv-i-o-vitse-premiera-bashkirii-alana-marzaeva-3950884

Автор:Иван Вавилов
 
БАШИНФОРМ
Автор:
Читайте нас: