--Беренсе Этҡол мәҙәниәт йортонда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәребеҙгә ярҙамға маскировкалау селтәрҙәре үреү эшен башланыҡ. Был эштең нескәлектәренә өйрәтеүсе Ярат ауылының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Мырҙабулатова Юлиә Юлай ҡыҙына һәм Аҡсарина Зифа Әхмәт ҡыҙына ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Ауылыбыҙ оҫталары Мортазин Таһир Иршат улы һәм Азаматов Азамат Хөсәйен улы станоктарҙы бер көн эсендә эшләп ҡуйҙылар. Ҡыҙыу эш мәлендә лә яугирҙарыбыҙға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған ир-егеттәребеҙгә һәм ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ҙур рәхмәт! Изге эшебеҙҙе еңел генә башҡарып, яугирҙарыбыҙға оҙатырға насип булһын! Донъяла тыныслыҡ урынлашып, батырҙарыбыҙҙың тиҙерәк имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ,--тип яҙалар Беренсе Этҡол ауылы китапханаһынан.