Һәр быуын үҙ вариҫтарының мәрхәмәтле булыуын теләй. Тик беҙ балаларыбыҙға тарихты, үткәндәрен, милли геройҙарын, уларҙың ҡаһарманлыҡтарын белеп үҫһен өсөн нимәләр эшләйбеҙ һуң?
"Алға, Сибай" урындағы йәмғиәт ойошмаһының проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән Башҡортостан Республикаһы Башлығы хуплауындағы Башҡортостан Башлығы Гранты фонды ярҙамында булдырылған "Йәш батыр эҙҙәренән" фестивале сиктәрендә "Ҡурай" балалар баҡсаһының 120 тәрбиәләнеүсеһе ҡаланың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды. Музей хеҙмәткәрҙәре ойошторған "Салауат батыр мәңгелеккә" күргәҙмәһе бәләкәстәргә бик ныҡ оҡшаны. Башҡорт шағиры, милли герой булған Салауат Юлаевтың образы сәнғәттең һәр төрөндә һынландырылған.
Шулай уҡ музей буйлап сәйәхәт итеү ҙә ҡыҙҙар һәм малайҙарҙа оло тәьҫораттар уятты. Балалар башҡорт халҡының көнкүреше, милли кейемдәре, тыуған яҡтың ҡыр йәнлектәре һәм ҡоштары хаҡында мәғлүмәт тупланы.
Экскурсия мәлендә беҙҙең ҡала батырҙары—махсус операция яугирҙәре хаҡындағы мөйөшкә айырым иғтибар бүленде. Бында уларҙың фоторәсемдәре ҡәҙерләп һаҡлана. Ҡалабыҙ геройҙарының да, милли геройҙарҙың да ҡаһарманлығы бөйөк һәм уларҙы йәш быуын белеп үҫер, мәңгелеккә күңелендә һаҡлар.