Улар уҙған ялда Республика Башлығын һайлауға бара һәм «Рәхмәт» акцияһында ҡатнаша. Сараның 6-сы уйнатылышында иһә уларға уңыш йылмая: Тулыбаевтар диагонале 65 дюйм булған 68 мең һумлыҡ телевизор ота.
-Гражданлыҡ бурысыбыҙҙы гел теүәл үтәйбеҙ. Акцияла ҡатнашырға тәҡдим иткәстәр ҡаршы булманыҡ. Шулай ҙа бер нәмәгә лә өмөт итмәнек. Бер ваҡытта ла, бер нәмә отҡаныбыҙ юҡ. Тормошта бөтә нәмәне лә хәләл көсөбөҙ менән таптыҡ,--тип һөйләй ғаилә башлығы Рәүил ағай.
Рәүил һәм Фәнүзә Тулыбаевтар 1974 йылда өйләнешә. Йәш кенә булһалар ҙа улар эшләргә лә, шәхси хужалығын алып барырға ла, балалар үҫтерергә лә өлгөрә. Рәүил Йомағужа улы «Степной» совхозы фермаһында бригадир булып эшләй. Аҙаҡ ул район ҡулланыусылар йәмғиәтенә эшкә күсә. Ә Фәнүзә Абдулхаҡ ҡыҙы совхоздың ашханаһында ашнаҡсы була.
Гөлнара һәм Илдар исемле ҡыҙ һәм ул үҫтерәләр. Балаларын уҡытып, матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына баҫтыралар. Икеһе лә ғаиләле, әлеге көндә үҙҙәре гөрләтеп донъя көтә, һөнәрҙәре буйынса эшләй.
Тулыбаевтар күптән хаҡлы ялдалар. Әммә улар ҡул ҡаушырып ултырмай: ошоға ҡәҙәр улар кәртә тултырып мал тотҡан. Әле лә улар күп итеп йорт ҡуяндары, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә. Айырыуса ҡуяндарҙы үрсетеүгә айырым көс һалалар. Рәүел Йомағужа улы уларҙы аҫрау өсөн махсус кәртә лә яһап ҡуйған.
Тулыбаевтарҙы отошо менән ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ, ныҡлыҡ, кистәрен парлашып ултырып яңы телевизорҙан тик яҡшы, һөйөнөслө хәбәрҙәр яңғыраған тапшырыуҙар ҡарарға яҙһын!