АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
29 Август 2024, 06:24

ҠЫҘЫЛ МИЛӘШ ФАЙҘАҺЫ

Миләш һуты. Уны яһау өсөн 400 г миләште иҙеп, уға 2 литр ҡайнаған һыу һәм бер аҙ шәкәр ҡушырға. Дүрт сәғәттән һуң болғатып, һөҙөп эсергә кәрәк. Эс ҡатҡанда бер нисә аҙна буйына көнөнә 3 тапҡыр 70-100 грамм шундай һут эсергә кәңәш ителә. Аҙҡанлылыҡтан. Ике аш ҡалағы ҡыҙыл миләш емешен ике стакан ҡайнар һыуға һалып, бер сәғәт төнәтеп һөҙөргә. Шунан көнө буйына 3-4 тапҡыр аҙ-аҙлап эсергә кәрәк.

ҠЫҘЫЛ МИЛӘШ ФАЙҘАҺЫҠЫҘЫЛ МИЛӘШ ФАЙҘАҺЫ
ҠЫҘЫЛ МИЛӘШ ФАЙҘАҺЫ

Ҡыҙыл миләштән төрлө сирҙәрҙе дауалай торған рецептар

 

  • Миләш һуты. Уны яһау өсөн 400 г миләште иҙеп, уға 2 литр ҡайнаған һыу һәм бер аҙ шәкәр ҡушырға. Дүрт сәғәттән һуң болғатып, һөҙөп эсергә кәрәк. Эс ҡатҡанда бер нисә аҙна буйына көнөнә 3 тапҡыр 70-100 грамм шундай һут эсергә кәңәш ителә.
  • Аҙҡанлылыҡтан. Ике аш ҡалағы ҡыҙыл миләш емешен ике стакан ҡайнар һыуға һалып, бер сәғәт төнәтеп һөҙөргә. Шунан көнө буйына 3-4 тапҡыр аҙ-аҙлап эсергә кәрәк.
  • Үт ҡыуығы ялҡынсығынан (холецистит) да кешеләр миләш һутының ярҙамын тоя. Халыҡ медицинаһында ул ҡан баҫымын нормала тотоу өсөн ҡулланыла. Бынан тыш, ҡыҙыл миләште иҙеп, шәкәр һәм ҡайнар һыу менән болғатып, йоҡлар алдынан эсеү файҙалы.
  • Миләште ҡан әйләнеше системаһы боҙолғанда, һейҙек ҡыуыу юлдары сирҙәре менән яфаланғанда, таштар булғанда файҙаланалар. Уны сәйгә ҡушып эсергә йәки төнәтмәһен эшләргә кәрәк. Миләш һыуын яһау өсөн стакан ярым һыуға бер ҡалаҡ иҙелгән миләш һалып бешерергә. Шуны көнөнә 2-3 мәртәбә яртышар стакан эсергә. Икенсе ысул: 2 кг миләште йыуып, 2 литр һыуға һалырға һәм йомшарғансы бешерергә. Иләк аша үткәреп сығарырға, быяла банкаларға һалып, 15 минут пастеризацияларға.

 

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас