АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
29 Август 2024, 05:20

СИБАЙ УҠЫУСЫЛАРЫНА - ЯҢЫ ПРОГРАММА

 1 сентябрҙән уҡыусылар пилотһыҙ авиация системаһын өйрәнә башлай.

Ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев белдереүенсә, әлеге профилдә дәрестәр алып барыу өсөн 3-сө күп профилле полилингваль гимназия-интернатының класы ремонтланған. Быға республика бюджетынан 2,5 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Федераль бюджеттан кәрәкле әйберҙәр алыуға 12 миллион һумдан ашыу ярҙам бүленгән.

Бер нисә ай дауамында уҡыу учреждениеһының педагогтары пилотһыҙ осоусы авиация системаһын ҡулланыу, әҙерләү, етештереү тәңгәлендә курс үткән. Уҡыу Татарстандағы техникумда ойошторолған.

 

 

 

 
СИБАЙ УҠЫУСЫЛАРЫНА - ЯҢЫ ПРОГРАММА
СИБАЙ УҠЫУСЫЛАРЫНА - ЯҢЫ ПРОГРАММА
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас