Мәғлүмәт
29 Август 2024, 04:40

РФ сит ил эштәре министры Сергей Лавров видеоэлемтә аша БРИКС илдәренән Өфөгә форумға килгән йәш дипломаттарҙы ҡотланы

Тышҡы сәйәсәт ведомствоһы етәксеһе әйтеп үтеүенсә, бының кеүек сара тәүгә Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Йәш дипломаттар советы инициативаһы буйынса 2015 йылда Өфөлә үтте. Шунан алып был майҙансыҡ үҙен БРИКС ағзалары булған дәүләттәр араһында горизонталь бәйләнеш буйынса һөҙөмтәле ҡорал булараҡ танытты.

 9 йыл үткәс Башҡортостандың баш ҡалаһы үҙенең 450 йыллыҡ юбилейы алдынан донъяның 30-ҙан ашыу иленән 100-ҙән ашыу вәкилде ҡабул итте. 

Сығанаҡ: ЙӘШЛЕК

 

Автор:
Читайте нас