Мәғлүмәт
27 Август 2024, 15:10

ГЕРОЙҘЫ ОНОТМАЙБЫҘ!

112-се башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуының 125 йыллығына арналған "Батырҙар дәүере” акцияһына Сибай институты хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды һәм музейҙа асыҡ ишектәр көнө ойошторҙо. Әйтергә кәрәк, был осраҡлы ғына түгел, сөнки уҡыу йортоноң музейында кавалерия дивизияһының данлы һәм шанлы үткәненә арналған бай эстәлекле композиция булдырылған.

ГЕРОЙҘЫ ОНОТМАЙБЫҘ!ГЕРОЙҘЫ ОНОТМАЙБЫҘ!
ГЕРОЙҘЫ ОНОТМАЙБЫҘ!

112-се башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуының 125 йыллығына арналған "Батырҙар дәүере” акцияһына Сибай институты хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды һәм музейҙа асыҡ ишектәр көнө ойошторҙо. Әйтергә кәрәк, был осраҡлы ғына түгел, сөнки уҡыу йортоноң музейында кавалерия дивизияһының данлы һәм шанлы үткәненә арналған бай эстәлекле композиция булдырылған.
Ошо иҫтәлекле көн айҡанлы беҙ проект авторы, “Төнъяҡ амурҙары” хәрби- патриотик клуб етәксеһе Илдар Ғиндулла улы Шәйәхмәтовҡа шылтыраттыҡ һәм уның хәтирәләр менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
“Сибай институты бинаһында мин күп эштәр башҡарҙым һәм үҙемдең эҙемде ҡалдырҙым, тип әйтә алам . Тәүге эштәремдең береһе -20 метр оҙонлоғондағы 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған панорама булды. Был эште ул саҡтағы директор Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов бик ныҡ оҡшатты һәм институттың музейына ла барельеф эшләүемде һораны. Үҙебеҙҙең легендар дивизияны һынландырыу уйы миндә күптәнән йөрөй ине, уны мин Зиннур Ғөбәйҙулла улына әйттем һәм эскизымды күрһәттем, теләгемде дивизияның бик күп яугирҙәренең сығышы менән Урал аръяғынан булыуы менән нигеҙләнем. Йәрмөхәмәтов ҡуш ҡуллап риза булды һәм мин коллегаларым менән эшкә тотондом. Ул бер нисә өлөштән торҙо. Тәүгеһендә Дим биҫтәһендә дивизияның ойошторолоуы, артабан уның наградалары, үтелгән хәрби юлы, азат иткән ҡалаларҙың исемен яҙҙыҡ һәм уның эргәһенә хәрбиҙәрҙең фотоларын урынлаштырҙыҡ. Артабанғы композиция тулыһынса легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовҡа арналды. Композицияны дивизияның Советтар Союзы Геройы исеменә һәм Дан орденына лайыҡ булған ҡаһарман яугирҙәренең исемлеге менән тамамлап ҡуйҙыҡ. Беҙ был эште шул тиклегем яратып башҡарҙыҡ, ҙур кинәнес, ихласлыҡ һәм яуаплылыҡ менән. Эште бөткәс, тантаналы асыу булды. Әлбиттә, ул осорҙа генералдың батырлығы хаҡында әллә ни хәтергә төшөрмәйҙәр ине, хатта үҙе етәкләгән дивизияла 78 Советтар Союзы Геройы булып та, командирҙың бер ниндәй ҙә награда булмауы халыҡты борсоуға һала ине. Ниһәйәт, 77 йыл үткәс, Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың тырышлығы менән Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде.Ваҡытында ниндәй ҙур эш башҡара алыуыбыҙ менән мин сикһеҙ ғорурланам",-тине Илдар Ғиндулла улы һөйләшеүҙе тамамлап.
“Беҙҙең уҡыу йортонда илһөйәрлек, ватансылыҡ темаһына ҙур иғтибар бирелә. Был йәһәттән институт музейы мөһим роль уйнай. Бында бик һирәк экспонаттар ҡуйылған һәм шуларҙың береһе, әлбиттә, 112 -се башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы һәм уның командиры Шайморатовҡа арналған барельеф. Был композиция бынан ундан ашыу элек булдырылған ине, бөгөнгө көндә ул иң ҡәҙерле һәм ҡиммәтле экспонаттарҙың береһе һанала. Тиҙҙән яңы уҡыу йылы башлана, был йәһәттән институт музейы студенттарҙың иң күп йөрөгән урындарының береһе буласаҡ. Бай эстәлекле барельеф, композициялар янында батырлыҡ дәрестәре, осрашыуҙар һәм башҡа бик күп саралар үткәреләсәк,- тине үҙенең сығышында институт директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов.
Сарала институт эшсәндәре һәм ҡаланың Халыҡ ял һәм мәҙәниәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре булды. Осрашыу “Шайморатов генерал” йырын күмәкләп йырлау менән тамамланды.

 

РӘҮИЛӘ ХӘСӘНОВА, ИНСТИТУТТЫҢ МАТБУҒАТ ХЕҘМӘТЕ.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас