АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
20 Август 2024, 11:05

Хөкүмәт кәңәшмәһендә яңғыраған иң мөһим мәсьәләләр

 Башҡортостанда 2025 йылға тиклем тағы ла 118 ауылға һәм ҡасабаға газ үткәрелә. Радий Хәбиров республика геройы, партизан Николай Киселёвтың ҡыҙына Шайморатов генерал орденын тапшырҙы.



✅ Быйыл Р-240 трассаһы реконструкцияһы барышында (Стәрлетамаҡ урау юлының 112-се саҡрымынан алып Стәрлебаш боролошона тиклем) ер эштәре башҡарыла, инженер селтәрҙәре күсерелә. Ә 2025-2026 йылдарҙа трассаның ҡалған ике һыҙаты һалына.

✅ Радий Хәбиров урта махсус уҡыу йорттарында эшсе һөнәрҙәргә ҡабул итеү урындарын арттырырға ҡушты.

✅Башҡортостан агросәнәғәт комплексына ямғыр ташҡыны килтергән зыян 1 миллиард һумға баһалана. Яҡынса 120,5 мең гектар майҙанда уңыш юҡҡа сыҡҡан, уларҙың 112,3 мең гектары - иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар.

✅ Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы диспансерлаштырыу барышында иң күп асыҡланған сирҙәрҙе атаны: ҡан әйләнеше, тын юлдары ауырыуҙары, шәкәр сире һәм яман шеш.

✅ Уҙған аҙнала 55 авария теркәлгән, дүрт кеше һәләк булған. 2024 йыл башынан Башҡортостан урмандарында 247 кеше юғалған.

✅ Хәбиров Өфө арбатында – Октябрь революцияһы урамында күсмә кәңәшмә уҙғарырға ҡушты.

✅ 2024 йылда республика халҡы (18 – 49 йәштәрҙәге ҡатын-ҡыҙҙар һәм 18 – 55 йәштәрҙәге ир-егеттәр) диспансерлаштырыу ваҡытында өҫтәмә тикшереү үтергә мөмкин. Һүҙ репродуктив сәләмәтлек хаҡында бара.

✅Ишембайҙа ҡала көнөнә яңыртылған йәмәғәт киңлектәре асыла. Бында Башҡортостан нефтен тәүге асыусылар майҙанын төҙөкләндереү тамамланған. Унда һәйкәлде, скверҙы һәм Матросов исемендәге паркты яңыртҡандар. Һайран ауылында янғын депоһы асыла.

✅ «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале 11,5 мең кешене йыйған. «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты буйынса 300-ҙән ашыу турист барған. Фестивалдең аҙыҡ-түлек майҙанында Баймаҡ, Белорет райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан 20 эшҡыуарҙың ризыҡтары тәҡдим ителгән. Уларҙың дөйөм килеме 800 мең һум тәшкил иткән.

Тауарҙар һатыу һәм күргәҙмәләр майҙанында Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Учалы, Күгәрсен, Хәйбулла райондарынан һәм Күмертау ҡалаһынан «Башҡортостан продукты» программаһында ҡатнашҡан 25 дипломанттың тауарҙары һәм әйберҙәре тәҡдим ителгән. Уларҙың дөйөм килеме – 1 миллион һум.

✅ Быйыл Башҡортостанда 519 мең бала мәктәпкә бара. Республика Башлығы 1 сентябргә уҡыу йорттарының тирә-яғында тәртип булдырырға ҡушты.

✅ 1 сентябрҙә Башҡортостанда биш мәктәп капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен асырға әҙерләнә: Уҫаҡ-Кисеү ауылы мәктәбе (Бишбүләк районы), 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты (Күмертау), Стәрлетамаҡтың 2-се лицей-интернаты, Красная Башкирия ауылы мәктәбе (Әбйәлил районы) һәм Өфөнөң 119-сы мәктәбе.

✅ Һуңғы ике йылда республикала 140 мәктәпкә капиталь ремонт яһалған. Июль айында Башҡортостан Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығына 2025-2027 йылдарҙа мәктәптәрҙе ремонтлауға ғариза ебәргән. Бынан тыш, 2025-2027 йылдарҙа балалар баҡсаларын ремонтлау өсөн ғариза әҙерләнгән.

✅ Быйыл август кәңәшмәһе тәүге тапҡыр баш ҡаланан ситтә - Стәрлетамаҡта үтте. Киләһе йылда кәңәшмә Бөрө ҡалаһында ойошторола.

✅ «Бер тин дә бюджет аҡсаһы файҙаланылманы»: Стәрлемаҡта меценаттарҙың аҡсаһына «Купец 2.0» фестивале уҙҙы. Унда 71 мең кеше, 330 кәсепсе һәм 1250 кеше милли кейем парадында ҡатнашты.

✅ Өфөнөң юбилейына 23 мәҙәни мираҫ объекты төҙөкләндерелә.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас