2019 йылда Башҡортостандың Мәғариф министрлығында - Милли мәғариф идаралығы, ә Мәғарифты үҫтереү институтында Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге ойошторолдо.

Башҡортостанда «Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһы ҡабул ителде. Дөйөм финанслау күләме - 3,52 миллион һум. Уның сиктәрендә 2019-2023 йылдарҙа 133 класс интерактив таҡталар, проекторҙар, ноутбуктар һәм күп функциялы ҡоролмалар менән йыһазландырылды.
Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында туған тел уҡытыусылары, шул иҫәптән илебеҙҙең башҡа төбәктәренән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн бушлай квалификацияны күтәреү курстары, ҡайтанан һөнәри әҙерлек курстары үткәрелә.
Әйтәйек, 2019-2022 йылдарҙа 340 башҡорт теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте, сыуаш теле һәм әҙәбиәте, удмурт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы квалификацияһын күтәргән.
2019 йылда үҙ фәнен ике йәки унан күберәк телдә алып барған педагогтарҙың эш хаҡына 15% күләмендә өҫтәмә билдәләнде. Шулай уҡ балалар баҡсаларында туған телде өйрәнеү төркөмдәрендә эшләгән тәрбиәселәрҙең һәм педагогтарҙың эш хаҡы 15% арттырылды. Ә ағымдағы йылда республика полилингваль мәктәптәре хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына 20% күләмендә дәртләндереүсе өҫтәмәләр индерелә, был эш хаҡының дөйөм кимәленә йоғонто яһарға тейеш.
2023 йылда иң яҡшы башҡорт һәм рус теле, әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премияларының һаны 50-нән 100-гә тиклем арттырылды.