АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
26 Июль , 15:30

"БАШҠОРТ АТЫ" САҠЫРА!

15-16 августа Граф күле буйында “Башҡорт аты” фестивале үтәсәк. Сараны 15 августа боронғо төрөк халҡының “Ҡара ҡаплан” уйыны аса. Ул--төрлө дисциплинаны берләштергән ҡатнаш көрәш. Бында алдан һайлап алынған иң көслө 8 көрәшсе таһыллыҡта алыша. Шул уҡ көндә “грэплинг” буйынса үҫмерҙәр турниры, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр араһында билбау ярышы үтә. 16 августа көрәш, самбо һәм мас-рестлинг буйынса турнирҙар ойошторола. “Бәйге”лә иһә алыҫлыҡҡа суҡмар ташлау, күтәреү, 150 килограмға тиклемге таштарҙы шылдырыу, бүрәнә тартышыу һәм башҡа көс ярыштары ҡаралған. Уҡсылар “Ирәндек мәргәне” исеме өсөн һынау тота. Иң сағыу ярыш, моғайын, “Урал батыр” бәһлеүәндәр ярышы булыр.

"БАШҠОРТ АТЫ" САҠЫРА!
"БАШҠОРТ АТЫ" САҠЫРА!

Хәбәр итеүебеҙсә, 15-16 августа Граф күле буйында “Башҡорт аты” фестивале үтәсәк. Сараны 15 августа боронғо төрөк халҡының “Ҡара ҡаплан” уйыны аса. Ул--төрлө дисциплинаны берләштергән ҡатнаш көрәш. Бында алдан һайлап алынған иң көслө 8 көрәшсе таһыллыҡта алыша. Шул уҡ көндә “грэплинг” буйынса үҫмерҙәр турниры, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр араһында билбау ярышы үтә.

16 августа көрәш, самбо һәм мас-рестлинг буйынса турнирҙар ойошторола. “Бәйге”лә иһә алыҫлыҡҡа суҡмар ташлау, күтәреү, 150 килограмға тиклемге таштарҙы шылдырыу, бүрәнә тартышыу һәм башҡа көс ярыштары ҡаралған. Уҡсылар “Ирәндек мәргәне” исеме өсөн һынау тота.

Иң сағыу ярыш, моғайын, “Урал батыр” бәһлеүәндәр ярышы булыр. Уны Башҡортостандың Спорт министрлығының грантына ойошторалар. “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” титулы еңеүсеһе Эльбрус Ниғмәтуллин һәм Башҡортостандың, Рәсәйҙең иң көслө егеттәре етеҙлеккә төрлө күнекмә күрһәтәсәк.

Был көндө һәр теләүсе ГТО номаларын тапшыра ала.

Автор:Резеда Валиева