АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
26 Июль , 16:30

БҮЛӘКТӘРЕГЕҘҘЕ КИЛЕП АЛЫҒЫҘ!

3 июль көнө сыҡҡан "Атайсал" гәзитендә быйылғы лото-уйында еңеүселәрбеҙҙе хәбәр иттек. Өс ай дауамында бүләктәрегеҙҙе алыуығыҙҙы һорайбыҙ! Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Төп приз - "Урал аръяғы" шифаханаһына юлламаны Үрге Иҙристән Рәсимә Маннапова отто!

БҮЛӘКТӘРЕГЕҘҘЕ КИЛЕП АЛЫҒЫҘ!
БҮЛӘКТӘРЕГЕҘҘЕ КИЛЕП АЛЫҒЫҘ!

Гәзит-журналдаға 2024 йылдың 2-се ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы тамамланды. Әйтергә кәрәк, йәй айҙарында подписка һүлпәнерәк бара. Аңлап торабыҙ: махсус хәрби операция бара, йәй кешелә гәзит уҡыу ҡайғыһы юҡ, ауыл халҡы себеш һатып алам, баҡса үҫтерәм, бесән сабам, балам уҡырға инә, тип хафалана. Тик нисек кенә булмаһын тормош дауам итә һәм гәзитебеҙҙе бер алдырып өйрәнгән кеше донъя мәшәҡәттәренә ҡарамай, уға яҙыла һәм уҡый. Рәхмәт, дуҫтар!

Вәғәҙә--иман, тигәндәй, подписка һуңында “Урал аръяғы” шифаханаһына юллама бүләк итергә һүҙ биргәйнек. 28 июндә редакцияла лото-уйын ойоштороп, даланлы яҙылыусыбыҙҙы билдәләнек. Ул да булһа Баймаҡ районының Түбәнге Иҙрис ауылынан Рәсимә Маннапова!

Лото-уйында шулай уҡ дәртләндереү приздары ла уйнаттыҡ. Сибай ҡалаһынан Рүзидә Үтәшева--ваза, Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылынан Ғәфүрә Вәлиева—ваза, Баймаҡ ҡалаһынан Сәлимә Солтангилдина--ваҡ-төйәк һалыу контейнеры, Хәйбулла районының Мәмбәт ауылынан Мөҙәрис Ҡәйепов--парник, Баймаҡ ҡалаһынан Байегетова (Тухачевский урамы, 9 б)—пикник кәрзине, Йылайыр районының Һабыр ауылынан Л.И.Атанғолова кер үтекләү таҡтаһы отто.

Өлөшлө гәзит уҡыусыларыбыҙҙың барыһын да ҡотлайбыҙ! Артабан да беҙҙең менән ҡалыуҙарын, гел шулай өлөшлө, даланлы булыуҙарын теләйбеҙ!

Бүләктәрҙе редакциянан 3 ай дауамында килеп алыуығыҙҙы һорайбыҙ!

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Һеҙгә лә беҙҙең менән булыуығыҙ, гәзит яҙҙыртып, туған телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, миллләтебеҙ үҫешенә индергән өлөшөгөҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ!

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Мөхәрририәт.

Автор: