АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
24 Июль , 16:50

Йәшәгеҙ шулай гөрләшеп...

Сибайҙа 60, 50 йыл бергә йәшәгән ғаилә парҙары тәбрикләнде. Бәхетле ғаиләләрҙе ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев, ҡала Советы рәйесе Владимир Косарев ҡотланы һәм Республика Башлығы Радий Хәбировтың иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы.

Әмирхан Садретдин улы менән Ифрида Лотфи ҡыҙы Мөхәмбаевтар, Камил Ишбулды улы менән Гөлзәминә Һөйөндөк ҡыҙы Сирғәлиндар быйыл гәүһәр туйҙарын билдәләй.
Юрий Александрович һәм Вера Кузьминична Зуевтар, Иван Ананьевич һәм Екатерина Федоровна Шогиндар, Спартак Шөғәйеп улы һәм Нәжиә Ғибат ҡыҙы Әфләтуновтар, Рәфҡәт Файзрахман улы һәм Фәриғә Йыһанур ҡыҙы Бүләкәровтар, Валерий Кондратьевич һәм Надежда Алексеевна Гришаевтар, Әкрәм Әҙеһәм улы Лүзә Мәүлетдин ҡыҙы Ҡарамурзиндар, Иван Васильевич һәм Ольга Ивановна Кольтяпиндар, Фәрхетдин Зияитдин улы һәм Динә Ниғәмәтйән ҡыҙы Моратовтар ҡулға-ҡул
тотоношоп алтын туйҙарына килеп еткән.
—Беҙ 1964 йылдың 31 ғинуарында өйләнештек. 60 йыл ғүмерҙең үткәнен дә һиҙмәнек. Төрлө ваҡыттар булды, әммә беҙ бер ваҡытта ла арабыҙҙан
ел дә үткәрмәнек, тормош һынауҙарына бирешмәнек, шуға ла ошо көнгәсә бер-
гәбеҙҙер,—ти Мөхәмбаевтар. Улар 3 бала
тәрбиәләп үҫтергән, бөгөн 2 ейәне, 2 ейәнсәре, 4 бүлә-бүләсәре бар.
Камил Ишбулды улы һәм Гөлзәминә Һөйөндөк ҡыҙы Сирғәлиндар ҙа 60 йыл ғүмер итә. Улар икеһе лә хеҙмәт ветераны. Ғаилә башлығы «Башҡортостан АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы» маҡтаулы исеменә лайыҡ. Камил Ишбулды улы оҙаҡ йылдар Сибай интернат-гимназияһында уҡыусыларҙы физкультуранан уҡытҡан. Ҡатыны Гөлзәминә ханым—шәфҡәт туташы. Медицина һәм граждандар обо-ронаһы өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәте «СССР-ҙың граждандар оборонаһы отличнигы» юғары билдәһе менән баһаланған. Сирғәлиндар 1 улға һәм 1 ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Уларҙың 3 ейәне, 3 ейәнсәренән 4 бүлә-бүләсәре тыуған.
Спартак Шөғәйеп улы һәм Нәжиә Ғибат ҡыҙы Әфләтуновтар 1974 йылдың 21 февралендә ғаилә ҡорған. Спартак Шөғәйеп улы Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатында водитель булып эшләгән. Ҡатыны көньяҡ-көнсығыш геолог-разведкаһы экс-педияцияһында хеҙмәт иткән. Тормоштарының мә-ғәнәһе булған ике бала тәрбиәләгәндәр.
Рәфҡәт Файзрахман улы һәм Фәриғә Йыһанур ҡыҙы Бүләкәровтар, Валерий Кондратьевич һәм Надежда Алексеевна Гришаевтар бынан 50 йыл элек бер көндө—23 февралдә яҙылышҡан.
50 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп, бергә ғүмер итеүсе Әкрәм Әҙеһәм улы, Лүзә Мәүлетдин ҡыҙы Ҡа-рамурзиндар (һүрәттә) йәш быуынға мөхәббәт һәм һөйөү өлгөһө. Улар икеһе лә ҡалабыҙҙың мәҙәни усаҡтары үҫешенә тос өлөш индергән. Ғаилә башлығы Әкрәм Әҙеһәм улының һаман да Сибай концерт-
театр берекмәһендә йәштәрсә дәртләнеп рәссам-бутафор булып эшләп йөрөүе лә улар быуынының ныҡлығын, сабырлығын, эштән ҡурҡмауын иҫбатлай.
Фәрхетдин Зияитдин улы һәм Динә Ниғәмәтйән ҡыҙы Моратовтар ғаиләһе лә ҡалала билдәле кешеләр. Фәрхетдин Зияитдин улы махсус хәрби операциялағы яҡташтарға 40-ҡа яҡын маскировкалау селтәре үреп ебәргән кеше. Был эшендә уға ҡатыны Динә Ниғәмәтйән ҡыҙы алыштырғыһыҙ ярҙамсы.
Дан ғаиләләрҙең барыһын да гәүһәр, алтын туйҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Артабан да шулай татыу-татлы ғүмер итергә, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын!
Г. Иҙрисова.

 

Автор: