Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылының фермер хужалығында мал аҙығы әҙерләнә. Хужалыҡтың 150 гектар ере тәбиғи сабынлыҡ, был сифатлы бесән әҙерләргә мөмкинлек бирә.
--Бөгөн хужалыҡта 140-тан ашыу эре мөгөҙлө мал иҫәпләнә. Йыл да ҡышҡылыҡҡа етерлек мал аҙығы тупларға тырышабыҙ,--ти фермер Зөфәр Фәйзулла улы Ҡырымғужин.—Бесәндән тыш, һалам, фураж әҙерләйбеҙ. Быйыл йыл ямғырлы килгәс, бесән мул булып үҫкән, уҙған йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Бөгөнгө көнгә 200 тоннанан ашыу бесән рулоны әҙер. Уларҙы аҙбарға ташыуҙы башлайбыҙ. 1100 гектар майҙанда сәсеүлек бар, игендән уңышты яҡшы алырбыҙ тигән өмөт бар.
Йүнсел фермерҙың эшселәре лә егәрле. Механизатор Рушан Ишбулдин бында оҙаҡ йылдар эшләй.
--Яҙ һәм йәй төрлө техника руле артына ултырам, сәсеүҙә, бесән сабыуҙа, уңыш йыйыуҙа ҡатнашам, ә ҡышын малсылыҡта эшләйем,--ти ул.
Фуат Рәхмәтуллин, Азамат Аралбаев та үҙ эшен яуаплы башҡара. “Иң мөһиме эшебеҙҙе туҡтатырлыҡ оҙайлы ямғырҙар булмаһын”,--ти улар.
Сығанаҡ һәм фото: "Хайбуллинский вестник"
Резеда Усманованың ирекле тәржемәһе.