Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров “Башҡорт ихаталары” программаһына һәр саҡ иғтибар менән етди ҡарарға саҡыра. Бер сығышында: “Башҡорт ихаталары” – беҙҙең иң яҡшы һәм иң ҙур ихтыяж булған республика программаһы. Уны тормошҡа ашырыу барышында халыҡ хәүефһеҙ, уңайлы майҙансыҡтар ала, улар ололар өсөн дә, балаларға ла ҡулайлы”,--тигәйне.
Бөгөн дә был юҫыҡта республикала эштәр йылдам бара. Уның төп маҡсаты—урындағы халыҡҡа уңайлы мөхит булдырыу. Балалар өсөн уйын, спорт майҙансыҡтары, контейнерҙар, парковка урындары, яҡтылыҡ, йәшелләндереү, асфальт түшәү—барыһы ла күҙ уңында тотола.
Әйткәндәй, Сибай ҡалаһында Ленин һәм Чайковский урамдары киҫелешендәге ихата тәртипкә килтерелә.
--Быйыл ҡалала Ленин урамы, 42, 44, 46, 48 һәм Чайковский урамы, 2 адресы буйынса урынлашҡан йорт яндары төҙөкләндерелә. Биләмә ҡәҙимге киң генә. Бында йәшәүселәр ҙә уңайлы мөхит булдырыуға ыңғай ҡарашта,--ти ҡала хакимиәтенең төҙөлөш, тарнспорт һәм элемтә буйынса бүлек начальнигы Марс Мусин.
Әйткәндәй, был ихатаға ҡаланың 9-сы лицейы яҡын урынлашҡан. Шунлыҡтан ихатала иртәнге сәғәттәрҙә машиналар хәрәкәте йышая. Шуға ла был ихатала йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар, машиналар өсөн парковка урындары, инвалидтар өсөн уңайлы урындар булдырыу—көнүҙәк мәсьәлә.
Бүләков урамы, 5, Таусылар проспекты, 40-42 адрестары буйынса ла төҙөкләндереү эштәре талап ителә. Улар киләһе 2025 йыл планына индерелгән. Әле проект-смета эштәре әҙер һәм улар Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡарамағына тапшырылған.