Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
10 Июль , 14:45

Ғаилә ипотекаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды

Яңы төҙөлгән йортта фатир һатып алыу йәки шәхси йорт төҙөү өсөн 6%  ставкаһы менән ғаилә ипотекаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды, тип хәбәр иттеләр Рәсәйҙең Финанс министрлығынан.

Яңы төҙөлгән йортта фатир һатып алыу йәки шәхси йорт төҙөү өсөн 6%  ставкаһы менән ғаилә ипотекаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды, тип хәбәр иттеләр Рәсәйҙең Финанс министрлығынан.

Программа алты йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә ҡағыла. Алыҫ Көнсығышта йәшәүселәр өсөн дә программа буйынса ставка — 6%.

Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе, шулай уҡ Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһендә йәшәүселәр өсөн кредиттың суммаһы — 12 миллион һумға тиклем. Башҡа төбәктәрҙә иһә 6 миллион һумғаса. Беренсе иғәнә 20% тәшкил итә.

Бала тыуған осраҡта элек бирелгән кредитты рефинансларға рөхсәт ителә.

Бынан тыш, яңы төҙөлгән йорттарға ғаилә ипотекаһын түбәндәге ғаиләләр алырға мөмкин:

- бәләкәй ҡалалаларҙа (50 меңгә тиклем кеше) йәшәгән һәм ике бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләр;

- төҙөлөш күләме түбән төбәктәрҙә йәки шәхси үҫеш программалары булған төбәктәрҙә йәшәгән, ике бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләр;

- инвалид бала ҡараған ғаиләләр.

Бер генә льготалы кредит алырға мөмкин — бынан алдараҡ бирелгән льготалы ипотека кредиттары иҫәпкә алына.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-07-10/semeynaya-ipoteka-prodlena-do-2030-goda-3843031

Автор:
Читайте нас: