«Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, 10 июлдән хәрби хеҙмәт үтеү өсөн контракт төҙөгән граждандарға түләү суммаһы арта. Бығаса бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең суммаһы 205 мең һум тәшкил итһә, хәҙер ул республика бюджеты иҫәбенә 505 мең һумға тиклем арттырыла.
Контракт төҙөгәндә Рәсәйҙең Оборона министрлығы һәм беҙҙең муниципалитеттар түләгән аҡса менән бергә бөтәһе 1 миллион һум була. Был Радий Фәрит улының барлыҡ хәрби хеҙмәткәрҙәргә: контракт төҙөгән, саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәткә алынған, шул иҫәптән мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға ҙур иғтибар бүлеүенә бәйле. Был түләүҙәр контракт буйынса хәрби хеҙмәттең абруйын күтәрергә мөмкинлек бирергә тейеш», — тине Максим Забелин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция контрактсыларына бер тапҡыр 205 мең һум түләү тураһында указға ҡул ҡуйғайны.