АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
1 Июль 2024, 10:45

Өфөлә - китаптың исем туйы

Баш ҡалабыҙҙың Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының ҙур залында башҡорт халҡының күренекле улы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Сибай ҡалаһының Почетлы гражданины, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовҡа арнап яҙылған "Зиннур Йәрмөхәмәтов: халҡының тоғро улы" китабының презентацияһы үтте.

Өфөлә - китаптың исем туйыӨфөлә - китаптың исем туйы
Өфөлә - китаптың исем туйы

Баш ҡалабыҙҙың Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының ҙур залында башҡорт халҡының күренекле улы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Сибай ҡалаһының Почетлы гражданины, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовҡа арнап яҙылған "Зиннур Йәрмөхәмәтов: халҡының тоғро улы" китабының презентацияһы үтте.


✅Сараны китапхана директоры Айгөл Рафаэль ҡыҙы Әминева асты. Артабан Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байгусҡаров, Сибай институты директоры Илдар Сәлихйән улы Хәмитов, Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы, Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Расих Әғзәм улы Хәмитов, 1995-2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры булып эшләгән Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатов, педагогика фәндәре кандидаты Вәкил Исмәғил улы Хажин, билдәле драматург Наил Әсғәт улы Ғәйетбаев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Тансулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы мәҙәниәт һәм сәнғәт советы ағзаһы, шағирә Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина, яҙыусы Лира Әхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева, БР атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рим Фәрхулла улы Әхмәтов, беҙҙең институтта белем алып, бөгөнгө көндә БР Ғаилә, һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары булып эшләгән Тимур Басир улы Кәримов, БР Халыҡтар Йорто директоры урынбаҫары вазифаһын биләгән Рифат Зариф улы Биҡҡолов, Зиннур Ғөбәйҙулла улының бер туған һеңлеһе Фәрзәнә Ғөбәйҙулла ҡыҙы һәм йыр авторы Әминә Вәли ҡыҙы Бикташевалар Зиннур Йәрмөхәмәтовтың Сибай ҡала хакимиәте башлығы, аҙаҡ институт директоры булып эшләгән йылдарҙағы хәтирәләре менән уртаҡлаштылар, уның һанап бөткөһөҙ эштәрен барланылар.


🎤Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Илнур Хибатуллин ҡурайҙа уйнаны, беҙҙең сығарылыш студенты Рәил Хәсәнов Зиннур Ғөбәйҙулла улына бағышлап яҙылған йырҙарҙы башҡарҙы. Милли китапхана хеҙмәткәре Мәҙинә Муллабаева осрашыу өсөн бай эстәлекле сценарий яҙҙы һәм уны бик оҫта итеп алып барҙы.

 

Сығанаҡ: СИБАЙ ИНСТИТУТЫНЫҢ "БӘЙЛӘНЕШТӘ" СОЦИАЛЬ СЕЛТӘРЕ

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас