Билдәле булыуынса, билдәле эшҡыуар, яҡташыбыҙ Илсур Нәбиуллин тәүге Урман һабантуйын Баймаҡ районы Бетерә ауылында ойошторҙо. Ул халыҡ араһында оло ҡыҙыҡһыныу уятты. Сараға килеүселәр ҙә һәм килә алмай үкенеүселәр ҙә күп булды.
Быйыл ул 29 июндә Граф күле янында үтәсәк. Әле ойоштороу эше ҡыҙғандан-ҡыҙа. Бүләктәр алына. Әйткәндәй, бүләккә мотоциклдар алыу ҙа күҙалланған. Уҙған һабантуйҙа айфондар ҙа булғайны.
Ярышта ҡатнашыу өсөн 25 июнгә тиклем ғаризалар бирергә кәрәк. Ҡатнашыусылар йәше сикләнмәй. Ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар өсөн айырым уйын-конкурстар үтә. Сараға билдәле йырсылар саҡырыла. Хатта кисен фейерверк була!
Был һабантуйҙа төп иғтибар ағасҡа һәм ағас эшенә йүнәлтелә. Ошо юҫыҡта эшләүселәрҙе данлау, оҫталыҡтарын арттырыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ойошторолған сара Башҡортостан Башлығы Грантын яуланы. Конкурс еңеүсеһе булараҡ, уларға 3 миллион һум бирелде. Илсур Нәбиуллин әйтеүенсә, ошо суммаға үҙҙәренең аҡсаһын ҡушып, бик ҡеүәтле, йөкмәткеле һабантуй үткәрәсәктәр. Унда һәр телегән кеше килеп тамаша ҡыла ала.
Ғөмүмән, килегеҙ, күрегеҙ, ҡатнашығыҙ! 29 июндә сәғәт иртәнге 10-да башлана!