+30 °С
Болотло
--Сираттағы 25-се гуманитар йөк бөгөн МХО зонаһына оҙатылды.
Күп кенә баймаҡтар йөрәк саҡырыуы буйынса рәсәй һалдаттарына һәм офицерҙарына ярҙам итә, гуманитар ярҙам ебәрә һәм дөйөм еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Беҙҙең яугирҙарға 3 «Урал» мотоциклы, «Нива» автомашинаһы, мунса һәм башҡа әйберҙәр ебәрелде. Яугирҙарыбыҙға яҡташтарыбыҙҙың ярҙамы, күңел йылыһы, хәстәрлек һәм иғтибар бик мөһим. Хәрбиҙәребеҙгә гуманитар ярҙам йыйыуҙа һәм оҙатыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт,--тип яҙа социаль селтәрҙә Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев.