Октябрь ер аҫты руднигында һәм Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының сәнәғәт зонаһында яңы модулле медицина пункты үҙ ишектәрен асты. Медпункт 5 блоктан тора: һаҡ бүлеге хеҙмәткәре өсөн бүлмә, пациенттарҙы ҡабул итеү бүлмәһе, ҡарау һәм процедура кабинеттары, көтөү залы, медикаменттар һәм инветарҙар һаҡлау бүлмәһе. Бынан тыш, санузел һәм душ бүлмәһе бар.
Заманса медицина пункты булдырыу--"Бүребай тау-байыутырыу комбинаты" йәмғиәтенең стратегик йүнәлеше, бында хеҙмәткәрҙәр өсөн эш шарттары булдырыла, уларҙың һаулығы ҡайғыртыла. Модулле пункттар бөтә нәмә менән дә йыһазландырылған, тәү ярҙам күрһәтеү өсөн барыһы ла бар. Ә урынлаштылырған ЭСМО аппаратында һәр эшсе сменаға тиклем, унан һуң һаулығын тикшерә ала.