АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
22 Май 2024, 03:55

ӘСӘЛӘРГӘ - МИҘАЛ

15 май указына ярашлы, Башҡортостанда йәнә 50 ҡатын-ҡыҙға "Әсәлек даны" миҙалы бирелә. Шуларҙың һигеҙе - Баймаҡ районынан, берәүһе - Йылайыр районынан, берәүһе Сибайҙан. 

ӘСӘЛӘРГӘ - МИҘАЛӘСӘЛӘРГӘ - МИҘАЛ
ӘСӘЛӘРГӘ - МИҘАЛ

БАШИНФОРМ ХӘБӘР ИТӘ:

Башҡортостанда күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде. Республика Башлығының тейешле указына 15 майҙа ҡул ҡуйылған һәм бөгөн ул рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡҡан.

Бүләкләнеүселәр араһында — Ауырғазы, Баймаҡ, Баҡалы, Белорет, Бүздәк, Борай, Ғафури, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Салауат, Стәрлебаш, Тәтешле, Туймазы, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә һәм Шаран райондары, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары вәкилдәре бар.

Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылда булдырылған. Был награда, республика ҡануниәтенә ярашлы, биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырылырға тейеш.


Баймаҡтан: Рәйлә Ғәбдеева, Әлиә Ишбирҙина, Асия Ниғмәтуллина, Юлиә Усманова, Әлиә Хисмәтуллина, Юлиә Хисмәтуллина, Земфира Хоҙайғолова, Гөлсинә Юлғотлина.
Йылайырҙан: Ләйсән Ҡоҙашева.
Сибайҙан: Рәзилә Илембәтова.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас