АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
4 Май 2024, 17:30

КҮБӘЛӘК СӘСКӘҺЕ (ИРИС)

КҮБӘЛӘК СӘСКӘҺЕ, ирис (Iris) - күбәләк сәскәһе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. 

КҮБӘЛӘК СӘСКӘҺЕ (ИРИС)КҮБӘЛӘК СӘСКӘҺЕ (ИРИС)
КҮБӘЛӘК СӘСКӘҺЕ (ИРИС)

Тармаҡлы тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үләндәр, бейеклеге 8—150 см. Һабаҡтары ябай, цилиндр формаһында, төҙ; тәпәш күбәләк сәскәһе һәм кәрлә күюәләк сәскәһе — ҡыҫҡа. Япраҡтары ҡыяҡ йәки киң ҡыяҡ. Сәскәләре яңғыҙ йәки 3—8‑әрләп шәлкемдәрҙә урынлашҡан, эре, һары, күк, миләүшә төҫлө, сәскә эргәлегенең 3 тышҡы япраҡсаһы ғәҙәттә аҫҡа табан бөгөлгән, 3 эскеһе төҙ. Май—августа сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—сентябрҙә өлгөрә. Башлыса Башҡортостандың Урал алдында таралған һары күбәләк сәскәһе — һыубаҫар йылға туғайҙарында, кәрләһе — ҡалҡыулыҡтарҙың ташлы битләүҙәрендә, ҡомташтарҙа, себер күбәләк сәскәһе һыубаҫар дымлы болондарҙа, таллыҡтарҙа, урман ситтәрендә үҫә. Ҡалын тиресәле күбәләк сәскәһе — Хәйбулла районының, тәпәше Учалы районының (Ирәндек һырты) ташлы далаһында осрай. Һары күбәләк сәскәһе, кәрлә күбәләк сәскәһе, ҡалын тиресәлеһе һәм тәпәше — БР‑ҙың, кәрләһе, ҡалын тиресәлеһе РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Декоратив үҫемлектәр. Һары күбәләк сәскәһе — дарыу үҫемлеге.

Н.В.Маслова

Тәрж. Г.А.Миһранова.

 

Фото Аҫылбикә Мәзитова битләүенән.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас