Бер ҡараһаң–оҙон,
Бер ҡараһаң—ҡыҫҡа,
Бер ваҡыт шул кеше ғүмере
( йырҙан).
Ергә шаулап-гөрләп яҙ килде. Бөтә тирә-яҡ йәмләнде, йылы яҡтан ҡоштар ҡайтып оя ҡорҙо, урман-ҡырҙарҙы ҡабатланмаҫ моңға күмелде. Тормош дауам итә, миҙгелдәр алмашына. Тик, үкенескә күрә, икенсе йыл инде ошо илаһи миҙгелде үтә шатланып ҡаршы алып булмай, сөнки махсус операцияла күп егеттәребеҙ һәләк була, ғаиләләргә ҡайғылы хәбәрҙәр килә...
Йылайыр районы Һабыр һәм Ҡаҙырша ауылдары халҡы ла батыр улдарын юғалтты. Беҙ уларҙы онотмайбыҙ. Улар менән ғорурланабыҙ. Яугирҙәребеҙҙең исемдәрен мәңгеләштереү өсөн эштәр алып барабыҙ. 2022 йылдың сентябрендә мобилизацияланған, 2023 йылдың сентябрендә һәләк булған Фирғәт Хисмәт улы Таһиров хөрмәтенә хәтер кисәһе үткәрелгәйне, Хайбулла районы артистары ҙур концерт күрһәтте. 2023 йылдың сентябрендә үҙ теләге менән махсус операцияға юлланған, Артемьевск йүнәлешендәге бәрелештә ғүмерен юғалтҡан Иштуған Рәил улы Юламанов иҫтәлегенә мини-футбол буйынса ярыш ойошторолдо, ул уҡыған мәктәптә таҡтаташ асылды. Ә яңыраҡ, ер йәшәреп, көндәр йылыныу менән, Фирғәт һәм Иштуған иҫтәлегенә ҡарағай үҫентеләре ултырттыҡ. Унда мәрхүмдәрҙең туғандары, ата-әсәһе, дуҫтары, бар Һабыр ауыл биләмәһе халҡы ҡатнашты. Был изге эшкә Йылайыр урмансылығы мастеры, Һабыр ауылы старостаһы Солтанғужин Салауат Латиф улы ҙур көс һалды. Яугирҙәрҙең фотоһын әҙерләү, ҡарағай үҫентеләрен алып килеү, ыҙандар һөрҙөрөү—барыһын да үҙ өҫтөнә алып, тейешле кимәлдә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте.
Мәрхүмдәрҙең ата-әсәһе, туғандары ҡырҙа йылы аш ойошторҙо, егеттәргә аят бағышланы. “Тыныс йоҡлағыҙ, батырҙарыбыҙ, беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, бер ваҡытта ла онотмаҫбыҙ”,--тип таралышты ауылдаштар. Ҡарағайҙар ел-дауылдарға, бурандарға, ҡоролоҡтарға бирешмәй шаулап үҫеп китер, беҙҙгә батыр егеттәребеҙҙе иҫләтеп ғорур баҫып торор, тип ышанабыҙ.
Гөлфиә Таһирова, Һабыр ауыл китапханасыһы.
Йылайыр районы.