Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
11 Апрель , 18:50

Сибай-Магнитогорск юлында айыу күргәнегеҙ бармы?

Социаль селтәрҙә Сибай-Магнитогорск юлында айыу йөрөүе хаҡында бик күп мәғлүмәт ҡуялар. Ысынлап та, аҙнанан ашыу ваҡыт айыу күрше Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы Увальск ҡасабаһы янындағы ултыртылған урман һыҙатында күренә. Урында йәшәүселәр ҙә, Сибай һәм башҡа яҡ юлаусылары ла ҡышҡы йоҡонан уянған йыртҡыстың кешегә зыян килтереүе ихтималлығын белдерә.

Силәбе өлкәһе экология министрлығының матбуғат хеҙмәте әйтеүенсә, тайыш табынды тотоуға Силәбе ҡалаһы зоопаркы белгестәрен йәлеп иткәндәр. Уларҙың был тәңгәлдә тәжрибәһе бар: бер нисә йыл элек Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһы биләмәһендә йөрөгән ике айыуҙы тотоп, урманға алып барып ебәргәндәр.

Ҡыҙыл районында айыу былтыр көҙ үк барлыҡҡа килгән. Ул шул тарафта ҡышҡы йоҡоға талған һәм ҡояш елкәһенә төшөү менән, өңөнән килеп тә сыҡҡан. Ошо көндәрҙә Увальскиҙа Силәбе өлкәһе экология министрлығының хайуандар донъяһы һәм уларҙың йәшәү мөхите объекттарын федераль дәүләт күҙәтеү һәм көйләү, һаҡлау  идаралығы начальнигы Андрей Питовин айыуҙы тотоу һәм күсереү буйынса кәңәшмә уҙғарған.

Белгестәр әйтеүенсә, тайыш табанға 3 йәш тирәһе. Үҙен агрессив тотмай, кешеләр менән бик һаҡ ҡылана. Ҡасаба халҡын айыу менән осраша ҡалһалар үҙҙәрен нисек тоторға кәрәклеге хаҡында иҫкәрткәндәр. Әгәр йыртҡыс агрессия күрһәтә башлаһа, һунарсыға мөрәжәғәт итергә ҡушылған. Айыу атыуға рөхсәте булған һунарсы хәлде контролдә тота.
-Әлеге көндә айыу Ҡыҙыл-Магнитогорск араһында ултыртылған урман һыҙатында көн итә. Кискә табан оло юлға сыға, сөнки ҡайһы бер юлаусылар уға тамаҡ ырғыта. Ә улай эшләргә бөтөнләй ярамай. Айыу ашатҡан урынға әйләнеп килә лә тора. Шулай уҡ ҡаршығыҙға айыу ҡапыл килеп сыҡһа, унан ҡасырға ярамай. Үҙеңде мөмкин тиклем тыныс тоторға, урында ҡалырға һәм ярҙам һорап ныҡ итеп ҡысҡырырға кәрәк. Айыу тик торһа, ул урындан яйлап шылыу ҙа хәйерле.

Айыу агрессия күрһәтһә, башҡаларға был хаҡта белдерегеҙ. Полицияға йәки 112 һандарын йыйып тиҙ ярҙам хеҙмәтенә шылтыратығыҙ,--тип аңлатты Силәбе өлкәһе экология министрлығының хайуандар донъяһы һәм уларҙың йәшәү мөхите объекттарын федераль дәүләт күҙәтеү һәм көйләү, һаҡлау  идаралығы начальнигы Андрей Питовин кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға.

Айыуҙы тотҡандан һуң төбәктең тау-урман биләмәһенә алып барып ебәрергә уйлайҙар.

Гөлдәр Ҡадаева әҙерләне.

Сибай-Магнитогорск юлында айыу күргәнегеҙ бармы?
Сибай-Магнитогорск юлында айыу күргәнегеҙ бармы?
Автор:Гульдар Кадаева