Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
5 Апрель , 22:45

Йылғаларҙың шашҡан мәле...

Билдәле композитор Хөсәйен Әхмәтовтың "Тыуған ауылым" йырын белмәгән кеше юҡтыр. Тик халыҡ араһында уның ике куплеты (беренсе, өсөнсө) ғына киң билдәле. Беҙ һеҙгә уның "билдәһеҙ" булып ҡалған куплетын тәҡдим итәбеҙ:Һаман иҫтә Шүлкә буйҙарындаҠолас ташлап бесән сапҡандар.Күк бәрҙекәй аулап Күсәбәлә,Төндәрендә сыраҡ яҡҡандар.

Йылғаларҙың шашҡан мәле...
Йылғаларҙың шашҡан мәле...


✅ Хөсәйен Әхмәтов Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан. Ауылда Һаҡмарҙан тыш, Ярмайылға, Күсәбә йылғалары аға. Сыңғыҙҙар, ауылдан бер нисә саҡырым үтеп, Аҡташ, Шүлкә буйҙарында бесән сапҡан һәм әле лә шунда сабынлыҡтары.
✅Йырланмаған йыр куплетында күренеүенсә, Күсәбәлә бәрҙе аулағандар. Ә бәрҙе балығының саф һәм һалҡын һыуҙы, шәп ағымлы йылғаларҙы яратыуын күптәр беләлер.
👆🏻Ошонан сығып шундай фекер йөрөтөргә мөмкин: Күсәбә бик таҙа һыулы йылға булған.

 

Тик һуңғы йылдарҙа Күсәбә, шул рәттән Ярмайылға ла ҡорой. Һаҡмар ҙа муллығын, таҙалығын юғалта бара. Тик яҙ етһә, барыһы ла ярынан сығып таша. Быйыл улар бигерәк "яман".

Ә һеҙҙең яҡта ниндәй йылғалар, инештәр бар? Әле ни хәлдә улар?

Автор:Резеда Валиева