...Хәҙер әсәйем юҡ инде. Юғалтыу ауырлығы иҫкә төшкәндә генә йөрәкте телгеләй. Шулай ҙа күңелдән бер ҡасан да китмәй үкендереп торған нәмә бар. Донъялар арыуланып, үҙем аҡса табып, мөмкинселектәргә ирешкән мәлемдә юҡ шул әсәй. Иң ауыры – ҡәҙерлемә яҡшылыҡ эшләп өлгөрөп булманы.
Бына хәҙер ҡунаҡҡа алып ҡайтып, түр башыңа мендереп ултырт та, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, иң тәмле ризыҡтар менән һыйлап, иң затлы кейемдәр кейҙереп, ғүмерҙә түләп бөтөрә алмаҫлыҡ бурысыңдың бер өлөшөн генә ҡайтар ине лә бит. Әй, күпме генә арҡамдан тупылдатып яратһа ла, ҡуй тимәҫ, берәүҙән дә тартынмаҫ инем. Үҙем дә күтәреп кенә йөрөтөр инем. Үкенесле был донъя!..
Был – әсәйһеҙҙәрҙең хыялы. Ә әсәйлеләр нисек уйлай икән?.. ✍🏻
ИНТЕРНЕТТАН