Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
2 Апрель , 15:15

БПЛА-ның осоп килгәнен күрһәң, үҙеңде нисек тоторға?

Әгәр кеше бина эсендә икән, мөмкинлек булһа, аҫҡы ҡаттарға, подвалға йәки паркингҡа төшөргә кәрәк. Лифт менән файҙаланыу тыйыла, ул ҡаттар араһында туҡтап ҡалыуы ихтимал. Фатирҙа иһә терәк стеналар араһында тәҙрәһеҙ урын табып, башлыса, ванна бүлмәһендә иҙәнгә ултырырға кәрәк. Тәҙрә янына килергә ярамай, тип кәңәш бирәләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. Урамда йөрөгән саҡта яҡындағы бинала, ер аҫты үткәүелендә йәки паркингта йәшенеү мөһим. Транспортта китеп барғанда тиҙ арала унан сығып, йәшенергә урын табырға кәрәк.

БПЛА-ның осоп килгәнен күрһәң, үҙеңде нисек тоторға?
БПЛА-ның осоп килгәнен күрһәң, үҙеңде нисек тоторға?

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы пилотһыҙ осоу аппараттары (БПЛА) һөжүм иткәндә үҙеңде нисек тотоу тураһында инфографика баҫтырып сығарҙы.

Әгәр кеше бина эсендә икән, мөмкинлек булһа, аҫҡы ҡаттарға, подвалға йәки паркингҡа төшөргә кәрәк. Лифт менән файҙаланыу тыйыла, ул ҡаттар араһында туҡтап ҡалыуы ихтимал.

Фатирҙа иһә терәк стеналар араһында тәҙрәһеҙ урын табып, башлыса, ванна бүлмәһендә иҙәнгә ултырырға кәрәк. Тәҙрә янына килергә ярамай, тип кәңәш бирәләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Урамда йөрөгән саҡта яҡындағы бинала, ер аҫты үткәүелендә йәки паркингта йәшенеү мөһим.

Транспортта китеп барғанда тиҙ арала унан сығып, йәшенергә урын табырға кәрәк.

«Һөжүмдән һуң БПЛА йәки уның ҡалдыҡтарын тапҡан осраҡта бер нәмәгә лә теймәгеҙ һәм был урындан китеү яғын ҡарағыҙ.  Шунда уҡ 112-гә хәбәр итегеҙ. Операторға исем-шәрифегеҙҙе һәм пилотһыҙ аппарат табылған урынды әйтегеҙ», — тип белдерҙеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-02/kak-vesti-sebya-pri-atake-bpla-rekomendatsii-mchs-po-bashkirii-3710516

Автор: