Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
28 Март , 09:25

МАҠСАТЫ - МАЛ ҺАНЫН АРТТЫРЫУ

Илдар Иҫәнгилдин хужалығында 200 баштан ашыу эре мөгөҙлө мал иҫәпләнә, шуның йөҙләгәне--һыйыр. Мал иҫәбе арта бара.

МАҠСАТЫ - МАЛ ҺАНЫН АРТТЫРЫУ
МАҠСАТЫ - МАЛ ҺАНЫН АРТТЫРЫУ

Хәйбулла районының фермер хужалыҡтарында мал ҡышлатыу осоро аҙағына яҡынлаша.

Илдар Иҫәнгилдин хужалығында 200 баштан ашыу эре мөгөҙлө мал иҫәпләнә, шуның йөҙләгәне--һыйыр. Мал иҫәбе арта бара. Фермерға улдары Арслан һәм Айтуған ярҙам итә. Бер нисә йыл элек Айтуған башлап эш ашыусы фермерҙар программаһына ярашлы 3 миллион һум алһа, Илдар үҙе “Ғаилә малсылыҡ фермаһы” программаһы менән 5 миллион һум алған. Фермер билдәләүенсә, гранттар хужалыҡты күтәреүгә ҙур ярҙам булып тора. Был аҡсаға улар мал, ике МТЗ тракторы һатып алған.

--Ҡышлатыуҙы имен-һау сығып киләбеҙ, йөҙләгән быҙау алдыҡ. Ашатыу яҡшы, рациондарында бесән дә, һалам да, иген фуражы ла бар. Хужалыҡта өс кеше эшләй. Малсылар Шәфҡәт Ҡунысбаев, Игорь Переводнов, тракторсы Александр Борисков үҙ эшенә яуаплы ҡарай,--ти Илдар Теүәлбай улы.

Әле хужалыҡта бөтә шарттар ҙа булдырылған. Эшселәр өсөн уңайлы көнкүреш бинаһы бар, унда ял итеп, тамаҡ ялғап алырға мөмкин. Һыйырҙар быҙаулаған осорҙа малсылар бында төнөн дә дежур иткән.

Быйыл Илдар Иҫәнгилдин киләсәктә мал өсөн һарай төҙөргә планлаштыра, мунса ултыртырға, мал башын арттырырға ла иҫәп тота.

 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәтенең социаль селтәре

Автор:Резеда Валиева