АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
25 Март 2024, 04:20

ТОРНАЛАР...

24 мартта, илебеҙҙә матәм иғлан ителгән көндө, “Кроукус Сити Холл” бинаһында “Торналар” проекцияһы барлыҡҡа килде. Хәтер акцияһына һәр кем ҡушыла ала.

ТОРНАЛАР...ТОРНАЛАР...
ТОРНАЛАР...

24 мартта, илебеҙҙә матәм иғлан ителгән көндө, “Кроукус Сити Холл” бинаһында “Торналар” проекцияһы барлыҡҡа килде. Сикһеҙ торналар тубы күккә күтәрелә һәм осоп китә. Бына ошо рәүешле 22 мартта концерт комплексындаға терактта һәләк булыусыларҙы иҫкә алдылар Мәскәүҙә. Был сараны “Беҙ бергә” ирекмәндәр хәрәкәте ойошторҙо.

Концерт залы СССР-ҙың халыҡ артисы Мөслим Магомаев исемен йөрөтә ине. Уның билдәле йыры “Торналар” һалдаттарға арнала. Йыр мотивы шунда: яугирҙар һәләк булғандан һуң улар ҡоштарға әүерелә һәм беҙ уларҙы онотмаһаҡ, мәңге үлемһеҙ булып ҡалалар.

“Крокус Сити Холл” хәтер акцияһына һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн ҡағыҙҙан торна эшләп, йә иһә һүрәтен төшөрөп социаль селтәргә һалырға. Бик булмаһа аватаркаға торна һүрәтен ҡуйырға мөмкин.

 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Крокус Сити Холл” концерт залында 22 март кис теракт булды. Ул 2004 йылда Бесланда ойошторолған терактан һуң иң эре теракт.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас