АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
20 Март 2024, 09:45

БАШҠОРТ ЙӘЙЛӘҮЕНДӘ ЯЛ ИТЕРБЕҘ

Йылҡысылыҡ, ҡымыҙ етештереү һәм агротуризм менән шөғөлләнеүсе Денис Өмөтбаев боронғо йәйләү стилендә майҙансыҡ тәҡдим итмәксе. Унда ял итергә, ҡымыҙ менән һыйланырға, атта йөрөргә мөмкин буласаҡ.

БАШҠОРТ ЙӘЙЛӘҮЕНДӘ ЯЛ ИТЕРБЕҘБАШҠОРТ ЙӘЙЛӘҮЕНДӘ ЯЛ ИТЕРБЕҘ
БАШҠОРТ ЙӘЙЛӘҮЕНДӘ ЯЛ ИТЕРБЕҘ

Тиҙҙән Баймаҡ районында «Башҡорт күсмә тормошо» үҙенсәлекле туристик майҙансығы эшләй башлаясаҡ.

Рәсәй кимәлендә иғлан ителгән "Агротуризм" программаһында илдең 63 төбәгенән 223 проект ҡатнашып, шуларҙың 73-ө еңеп сыҡҡан. Грантҡа эйә булғандар араһында Баймаҡ районынан Денис Өмөтбаев та бар.

Денис Өмөтбаевты төбәктә йылҡысылыҡ, агротуризм һәм ҡымыҙ етештеү менән шөғөлләнгән эшҡыуар булараҡ яҡшы беләләр. Уның проекты этнографик яҡтан үҙенсәлекле һәм ете тирмә комплексынан торасаҡ, уларҙа башҡорттарҙың күсмә тормош рәүешенең урта быуат атмосфераһы тергеҙеләсәк.

—Беҙ боронғо йәйләүҙәр стилендә абсолют аутентик майҙансыҡтар булдырырға ниәтләйбеҙ,--ти эшҡыуар Денис Өмөтбаев.—Был ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу өсөн ете тирмәнән торған күсмә комплекс буласаҡ. Тирмәләрҙә йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ эшләү өлгөләре сағылдырыла. Бөгөн беҙ заманса трендтарға яраҡлашыуҙа иҫке модель булдырырға ниәтләйбеҙ. Ҡунаҡтарыбыҙға этник тирмәләрҙә уңайлы урынлашырға, туҡланырға, ҡымыҙ менән һыйланырға, атта йөрөргә тәҡдим итербеҙ. Проектыбыҙҙың үҙенсәлеге--ҡымыҙ эшләү процесында ҡатнашыу мөмкинлеге. Тәбиғәтебеҙ иҫ киткес матур урындарға бай, ҡунаҡтарға күрһәтерлек нәмәләр күп.

Туристарға ялдың төрлө моделдәрен тәҡдим итеү күҙаллана: ғаилә отпускыларынан алып ял көнө турҙарына тиклем. Улар сәләмәтлеген нығытасаҡ, һыбай йөрөргә өйрәнәсәк, республиканың тәбиғәте, милли колориты һәм мәҙәниәте менән осрашасаҡ, башҡорт милли ризыҡтары менән таныша һәм ҡымыҙ эсә аласаҡ.

Денис Өмөтбаев әйтеүенсә, башҡорттарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен сағылдырған этник киңлек идеяһы күптән барлыҡҡа килгән. Комплекс 2024 йылда тулы ҡеүәтенә эшләй башлай һәм туристарға төрлө ял итеү моделдәрен тәҡдим итә.

 

Кәримә Усманова.

Автор:
Читайте нас