АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
14 Март 2024, 11:10

Республика күгендә сәйер пилотһыҙ осоусы аппарат күргәндәр

«Авиаинцидент» телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, 13 мартта иртән Башҡортостан күгендә шикле пилотһыҙ осоусы аппарат күргәндәр.

Республика күгендә сәйер пилотһыҙ осоусы аппарат күргәндәрРеспублика күгендә сәйер пилотһыҙ осоусы аппарат күргәндәр
Республика күгендә сәйер пилотһыҙ осоусы аппарат күргәндәр

«Аэростат пилоты осоштар етәксеһенә телефондан Әмит ауылы (Иглин районы) тирәһендә 800-1000 фут бейеклектә аҡһыл төҫтәге самолет тибындағы БПЛА осҡанын хәбәр иткән, осош йүнәлеше — көньяҡҡа табан. Һауа киңлеген файҙаланыу тәртибен боҙоу теркәлгән», — тиелә хәбәрҙә.

ПВО һәм Эске эштәр министрлығы органдарына мәғлүмәт еткерелгән. Билдәләнеүенсә, «Режим» сигналы иғлан ителмәгән.

 

Сығанаҡ: Башинформ

Автор:
Читайте нас