АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
10 Март 2024, 17:30

СИРЛЕЛӘРҘЕҢ УРАҘАҺЫ

Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә былай тип әйткән:«Кемегеҙҙер сирләһә йәки юлда булһа, икенсе берәй ваҡыт ҡалдырға көндәр һанына торошло ураҙаһын тотоп ҡуйһын»(“Әл-Баҡара”, 185)

СИРЛЕЛӘРҘЕҢ УРАҘАҺЫСИРЛЕЛӘРҘЕҢ УРАҘАҺЫ
СИРЛЕЛӘРҘЕҢ УРАҘАҺЫ

Ғөмүмән, сирлеләрҙе ⃣ төргә бүлергә мөмкин:
⃣ Дауалап булмаҫтай сире булған кешеләр.
???? ул ҡартлыҡ арҡаһында ураҙа тота алмаған оло кеше һымаҡ
❌ ураҙа тоторға тейеш түгел
✅ һәр бер ҡалдырылған көн өсөн бер меҫкенде ашатырға тейеш
* көн һайын берәүҙе ашатып торорға ла, бер көндә бер нисәүһен бер ыңғай ашатырға ла мөмкин
❌ аҡсалата биреү һаналмай

«(Ҡартлыҡ йәки үлемесле сир арҡаһында) ауырлыҡ менән ураҙа тотоусыларға фидйә булараҡ меҫкенде ашатырға кәрәк»
(“Әл-Баҡара”, 184)

1.1.Ураҙа арҡаһында хәле насарланып китеү йәки һәләк булыу ҡурҡынысы аҫтында булған кешеләр
Мәҫәлән, шәкәр сире менән яфаланыу арҡаһында һыуһыҙ түҙә алмаған сирле йәки ҡанында глюкоза ныҡ кәмеп һаулығына зыян килһә, йә үлемесле хәлгә барып етһә
❌ уға ураҙа тоторға ярамай
✅ һәр ҡалдырылған көн өсөн меҫкендәрҙе ашатырға кәрәк
❌ аҡсалата биреү һаналмай

«Үҙ-үҙегеҙҙе үлтермәгеҙ, Аллаһ һеҙгә ҡарата рәхимле бит»
(“Ән-Нисә”, 29)

2️⃣ Дауалап булырҙай, әммә ураҙаны ҡатмарлаштырған сире булған кешеләр
Мәҫәлән, тән темпуратураһының ныҡ күтәрелеп китеүе
✅ ураҙаны туҡтатып тора ала
✅ Рамаҙандан һуң ҡалдырған көндәрен тотоп ҡуя
❌ меҫкендәрҙе ашатып ҡалдырған көндәрен ҡаплай алмай.

❗Еңелсә генә ауырыған кешеләргә ураҙаһын боҙорға ярамай.

 

 

НӘРКӘС АЛСЫНБАЕВА.

Автор:
Читайте нас