АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
3 Март 2024, 06:15

Телебеҙҙә ь һәм ъ билдәләре

Радиотапшырыуҙар, телевизион тапшырыуҙар тыңламайынса, ҡарамайынса ла булмай. Яратып ҡына, мауығып ҡына тыңлап, ҡарап ултырғанда, алып барыусыларҙың, тапшырыуҙа ҡатнашҡан әңгәмәселәрҙең телмәрендәге хаталар бөтә иғтибарҙы һөрөндөрөп ҡуя шул. Ы-ых ошоларҙы, тип ҡуяһың.Был юлы башҡорт теленә ғәрәп теленен үҙләштерелгән, Ь хәрефе булған һүҙҙәр хаҡында әйтмәксе булдым. Әле генә ишеткәнемсә ЙӨРЙӘТ(!!!) иттем.

Телебеҙҙә ь һәм ъ билдәләреТелебеҙҙә ь һәм ъ билдәләре
Телебеҙҙә ь һәм ъ билдәләре

Радиотапшырыуҙар, телевизион тапшырыуҙар тыңламайынса, ҡарамайынса ла булмай. Яратып ҡына, мауығып ҡына тыңлап, ҡарап ултырғанда, алып барыусыларҙың, тапшырыуҙа ҡатнашҡан әңгәмәселәрҙең телмәрендәге хаталар бөтә иғтибарҙы һөрөндөрөп ҡуя шул. Ы-ых ошоларҙы, тип ҡуяһың.
Был юлы башҡорт теленә ғәрәп теленен үҙләштерелгән, Ь хәрефе булған һүҙҙәр хаҡында әйтмәксе булдым. Әле генә ишеткәнемсә ЙӨРЙӘТ(!!!) иттем.
Ь,Ъ хәрефтәре -"өнһөҙ" хәрефтәр. Йәғни, уларҙы беҙ яҙабыҙ, яҙма телмәрҙә ҡулланабыҙ, ә уҡығанда әйтмәйбеҙ, уҡымайбыҙ. Тик уларҙың һөйләү телмәрендә үҙ функциялары, башҡарған эштәре бар.
Рус телендә еңелерәк. Ь хәрефе ике эш башҡара -
а) смягчмтельный мягкий знак: осень, путь, моль, свадьба.,
б)разделительный мягкий знак: рыбЬя кость, соловЬиная трель, воробЬи, оленьи рога. Йә род категорияһын бирә, йә һанды күрһәтә.
Башҡорт телендә Ь,Ъ хәрефтәрен, алфавитты ятлап алғанда, НӘҘЕК АЙЫРЫУ БИЛДӘҺЕ, ҠАЛЫН АЙЫРЫУ БИЛДӘҺЕ, тип өйрәндек һәм өйрәттек. Шулай уҡ НӘҘЕКЛЕК БИЛДӘҺЕ, тип тә беләбеҙ. Тик башҡорт телендә был хәреф нәҙеклектән бигерәк АЙЫРЫУ БИЛДӘҺЕ ролен күберәк үтәй. Ошо ҡағиҙәне тотмау, уны күҙәтмәү әлеге тапшырыуҙрҙа ТӘЙМИН, йәки ТӘМИН, ЙӨРЙӘТ, МӘСӘЛӘ ҠӨРӘН, БӘРӘТ (БӘРӘЬӘТ) тип һөйләүгә килтерә. Һәм шуныһы йәл - быны хатаға һанамайҙар, дөрөҫ әйтеп өйрәнергә уйламайҙар. Әллә хәҙер нисек булһа ла бара микән? Улай булырға тейеш түгелдер, минеңсә. Киң мәғлүмәт саралары халыҡта, йәштәрҙә, балаларҙа ТЕЛМӘР МӘҘӘНИӘТЕ булдыра бит.
Ә бындай һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеп өйрәнеү өсөн Ь, Ъ хәрефтәре булған һүҙҙе ошо хәреф торған ерҙә ижеккә бүләбеҙ, тауыш ярылары аша сығып килгән һауаны күҙ асып йомған ара тиклем генә пауза менән тотоп торабыҙ һәм икенсе ижекте әйтәбеҙ Шул ғына.
Йә, ҡабатлайыҡ әле.
- Мө-Ь-минә, тә-Ь-ҫир, тә-Ь-мин. мәс-Ь-әлә. йөр-Ь-әт,Ҡөр-Ъ-ән.
(Әйткәндәй, башҡортса ДәүләткилЬдин , ИшкилЬдин, ӘлЬмөхөмөт, тип яҙыуҙар рус һәм башҡорт телендәге Ь хәрефенең ролен аңламауҙан килә.)
Дәрес тамам. Рәхмәт.

Т.Ә. Вәлиева.
03.03.24.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас