ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ ХӘБӘР ИТӘ:
--"Айыҡ ауыл-2023" республика бәйгеһендә ҡатнашыусы Оло Әбеш ауылы халҡы ла яугирҙәргә һәр яҡлап ярҙам итеүен әүҙем дауам итә.
Яңыраҡ ҡына 70 банка ит быҡтырып консҽрвалағайнылар, аҡсалата ла ярҙам ойошторолдо, шулай уҡ бҽр нисә маскировкалау сҽлтәрҙәрҽ эшләп, йылы кҽйҽмдәр һәм башҡа кәрәк яраҡтар туплап оҙаттылар. Әле ауылдаштары Фәнис Илҽмбәтов 130 мунса япрағы тапшырған, алдағы көндәрҙә улар яҡташтарыбыҙға оҙатыласаҡ. Мәҙәниәт йортонда ла эш ҡайнай - маскировкалау селтәрҙәре үрергә тип олоһо ла, кесеһе лә йыйыла.
Изге эшкә ҡушылған хәйбуллаларға ҙур рәхмәт, теләктәребеҙ ҡабул булып, яҡташтарыбыҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын!