АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
7 Февраль 2024, 08:20

Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асылды

Өфөлә Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асылды

Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асылдыМортаза Рәхимовҡа һәйкәл асылды
Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асылды

Өфөлә тантаналы рәүештә Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асылды. Ул Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм республика хөкүмәте биналары араһында ҡуйылды. Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Татарстан рәйесе Рөстәм Миңлеханов һәм тәүге президенттың хәләл ефете Луиза Рәхимова ҡатнашты.

Һәйкәлде шул уҡ скульптор, Совет майҙанындағы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле авторы Салауат Щербаков эшләгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 7 февралдә, Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовҡа 90 йәш тулыр ине.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-02-07/v-ufe-otkryli-pamyatnik-pervomu-prezidentu-bashkirii-murtaze-rahimovu-3633878

 

 

 

Автор:Ләйсән Закирова
 
 
Автор:
Читайте нас