АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
29 Ғинуар 2024, 05:50

Ижади уҡыусыларҙы эҙләйбеҙ!

Йәмил Сәйҙәлиев исемендәге ижади конкурста мәктәп йәшендәге 6-11-се класс уҡыусылары ҡатнаша ала.

Ижади уҡыусыларҙы эҙләйбеҙ!Ижади уҡыусыларҙы эҙләйбеҙ!
Ижади уҡыусыларҙы эҙләйбеҙ!

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Баймаҡ егете, “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе Йәмил Сәйҙәлиевтың яҡты иҫтәлегенә арнап Йәмил Сәйҙәлиев исемендәге ижади конкурс иғлан итә.

Йәш кенә көйө арабыҙҙан китһә лә Йәмил Сәйҙәлиев бай ижади багаж туплап ҡалдырҙы. Быға миҫал булып “Аманат” журналы һәм Мостай Кәрим исемендәге Фонд ярҙамында Өфөлә “Самрау” нәшриәтендә донъя күргән “Баймағымда алһыу таң атты...” йыйынтығы тора.

Йәмил төрлө жанрҙа ижад итте: шиғырҙар ҙа, хикәйәләр ҙә, әкиәттәр ҙә, нәҫерҙәр ҙә, мәҡәләләр ҙә яҙҙы. Һәм улар күпселектә тыуған яҡҡа--гүзәл Баймаҡҡа арналды. Шуға күрә конкурсҡа тыуған яҡ темаһына арналған әҫәрҙәр 3 жанрҙа (шиғырҙар, хикәйәләр, мәҡәләләр) ҡабул ителәсәк. Йәмил Сәйҙәлиев исемендәге ижади конкурста мәктәп йәшендәге 6-11-се класс уҡыусылары ҡатнаша ала.

Тулыраҡ мәғлүмәт алыр өсөн Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы хеҙмәткәре Айгөл Иҙелбаеваға мөрәжәғәт итергә.

Ойоштороу комитеты.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас