«Беҙ үҙ эшебеҙҙе башҡарабыҙ ғына. Кешеләр балалар үҫтерергә, шатланырға, спорт менән шөғөлләнергә тейеш. Минеңсә, был осорҙа бер-береңә артыҡ агрессия түгел, ә кешесә мөнәсәбәттәр булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта беҙгә ҡаршы бик күп провокаторҙар, диверсанттар, шпиондар, террорсылар һәм башҡалар эшләй. Бөгөн мин хоҡуҡ һаҡлау органдарына: Федераль именлек хеҙмәтенә, Эске эштәр министрлығына, Рәсәй гвардияһына рәхмәт белдерәм. Улар үҙ эштәрен лайыҡлы башҡара. Ошо ваҡыт эсендә беҙҙең хеҙмәттәрҙең тырышлығы менән республикабыҙҙы хәүеф-хәтәрҙәр урап үтте. Шуға күрә махсус хәрби операция барған саҡта иғтибарлыраҡ һәм һағыраҡ булырға тейешбеҙ», – тине Радий Хәбиров.