Мәғлүмәт
28 Ноябрь 2023, 04:40

Радий Хәбиров махсус хәрби операция зонаһындағы «Башҡортостан» полкына килде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика яугирҙәре хеҙмәт иткән махсус хәрби операция зонаһына барҙы. Республика етәксеһе үҙенең телеграм-каналында «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы менән осрашыуы, хәрбиҙәрҙең көнкүреше менән танышыуын хәбәр итте.

Радий Хәбиров махсус хәрби операция зонаһындағы «Башҡортостан» полкына килдеРадий Хәбиров махсус хәрби операция зонаһындағы «Башҡортостан» полкына килде
Радий Хәбиров махсус хәрби операция зонаһындағы «Башҡортостан» полкына килде

«Шуныһы мөһим: махсус хәрби операция зонаһындағы егеттәребеҙҙе кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеүҙе яйға һалдыҡ. Республиканан даими рәүештә гуманитар ярҙам ебәреп торабыҙ, беҙҙең егеттәр бер нәмәгә лә мохтаж түгел,  — тип билдәләне Радий Хәбиров. —  Уларға туғандарынан һәм яҡындарынан сәләм, йылы һүҙҙәр еткерҙем. Яугирҙәребеҙҙең һәр береһе менән ғорурланабыҙ».

Радий Хәбиров әйтеүенсә, уның башҡорт яугирҙәре менән осрашыуҙары дауам итәсәк. Республика хәрбиҙәр, шулай уҡ уларҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күрер, тип ышандырҙы ул.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-11-27/radiy-habirov-pribyl-v-raspolozhenie-polka-bashkortostan-v-zone-svo-3540393

Автор:
Читайте нас