Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
20 Ноябрь 2023, 20:35

ЙӘН БӘЙЛӘНЕШЕ (Булған хәл)

Ул көндө быуылдым. Тамағым ауыртты. Унан бөтә арҡам буйлап нимәлер үткәндәй булды, һыҙландым. Һауа етмәне. Әйтерһең, муйынымды кемдер һыға. Әсәйем эргәмдә ыуаланды, тән температураһын үлсәп ҡараны. Барыһы ла яҡшы. Йүткермәйем дә. Тик томалға быуылдым, һығылдым. Әсәйем “тиҙ ярҙам” саҡыртты. Улары килде. Тик бер “бәйләнерлек” сәбәп таба алмай, һыҙланыуҙы баҫырҙай укол ҡаҙап, кире сығып киттеләр... Күпмелер ваҡыт шулай тамағымды тотоп, тәгәрәп йөрөнөм.

ЙӘН БӘЙЛӘНЕШЕ (Булған хәл)
ЙӘН БӘЙЛӘНЕШЕ (Булған хәл)

Ул көндө быуылдым. Тамағым ауыртты. Унан бөтә арҡам буйлап нимәлер үткәндәй булды, һыҙландым. Һауа етмәне. Әйтерһең, муйынымды кемдер һыға. Әсәйем эргәмдә ыуаланды, тән температураһын үлсәп ҡараны. Барыһы ла яҡшы. Йүткермәйем дә. Тик томалға быуылдым, һығылдым. Әсәйем “тиҙ ярҙам” саҡыртты. Улары килде. Тик бер “бәйләнерлек” сәбәп таба алмай, һыҙланыуҙы баҫырҙай укол ҡаҙап, кире сығып киттеләр... Күпмелер ваҡыт шулай тамағымды тотоп, тәгәрәп йөрөнөм. Ул һыҙланыу нисек ҡапыл барлыҡҡа килде – шулай ҡапыл юҡ булды. Ни икәнен дә аңламаным...

Иртәгәһенә элекке иремдең (айырылған инек) махсус операцияла һәләк булыуын, пуля нәҡ муйынына эләгеүен ишеттем. Шунан йәнә сәйер хәлдәр башланды. Ҡайҙа барһам да уның шәүләһен күрәм. Инде аҡылдан яҙыр сиккә еттем. Тиҙҙән уның кәүҙәһен ерләргә алып ҡайттылар. Баламдың атаһын мин дә оҙата барҙым.

Мәрхүмде ерләгәс кенә сәйер хәлдәр туҡтаны. Миңә лә шәүләһе күренмәй башланы...

Баламдың атаһы менән яҡшы мөнәсәбәттә булғайныҡ. Яратышып өйләнешкәйнек. Тик уның әсәһе мине үҙһенмәне... Шуға ғына айырылышҡан инек... Ул яраланған көндө мин дә һыҙланыу кисергәс, күктәр тарафынан пар итеп яралған булғанбыҙҙыр тим...

 

Ул китте...мәңгелеккә... һағыш ҡалды. Йәне йәннәттә булһын.

 

(Танышымдың һөйләгәндәренә таянып яҙылды)

Башҡа сайттарға автор рөхсәтенән тыш алыу тыйыла.

 

Фото: fikiwiki.com

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: