АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
13 Октябрь 2023, 16:55

МӘКТӘП БӨГӨН ГӨР КИЛДЕ

Мәктәп эсе шау-гөр килә, өҫтәлдәр тәмлекәстәрҙән һығылып тора. Нимә генә юҡ: эремсек, компот, ҡурмас, бөйөрөк, пицца, үҙҙәре эшләгән йогурт... һ. б. һанап ҡына бөткөһөҙ! Ә инде мәктәптең 1-се ҡатында үткән был йәрминкәгә килгән кешенең күплеге!!! Энә төртөрлөк, алма төшөрлөк түгел ине. 

МӘКТӘП БӨГӨН ГӨР КИЛДЕМӘКТӘП БӨГӨН ГӨР КИЛДЕ
МӘКТӘП БӨГӨН ГӨР КИЛДЕ

Сибай ҡалаҙының Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында бөгөн ЙӘРМИНКӘ була тигәнде ишетеп ҡалдым да шунда йүгерҙем.Беренсенән, күрше генә йәшәйем, икенсенән, бында минең һеңлем менән ҡустымдың ейәнсәрҙәре уҡып йөрөй. Бындай гөрләп торған баҙар-йәрминкәне күптән күргәнем юҡ ине.
Мәктәптә бөгөн йәрминкә,
Мәктәптә бөгөн байрам
Һата торған әйберҙәрен
Әҙерләгәндәр алдан.
Әсәйҙәр ҡоймаҡ бешергән,
Ҡайһылары- бәлештәр.
Кемуҙарҙан алыш- биреш:
Ҡурмас, ҡорот, ҡаҡ, емеш...

Мәктәп эсе шау-гөр килә, өҫтәлдәр тәмлекәстәрҙән һығылып тора. Нимә генә юҡ: эремсек, компот, ҡурмас, бөйөрөк, пицца, үҙҙәре эшләгән йогурт... һ. б. һанап ҡына бөткөһөҙ! Ә инде мәктәптең 1-се ҡатында үткән был йәрминкәгә килгән кешенең күплеге!!! Энә төртөрлөк, алма төшөрлөк түгел ине. Балалары эргәһендә уҡытыусылары (минең ҡыҙҙарымдың уҡытыусылары Раушания Урал ҡыҙы, Фәймә Әғләм ҡыҙы, Рәсимә Әхмәҙиә ҡыҙы), унда- бында йүгермәләп, "һатыусы" балаларын сауҙагәрлек серҙәренә өйрәтә, ә балалар, үҙҙәрен ысын сауҙагәр итеп тойоп, үҙ тауарҙарын һата... Мин дә арыу уҡ ҡына тәмлекәс һатып алып ҡайтып, рәхәтләнеп сәй эстем. Рәхмәт инде ошондай ҙур байрам- КӨҘГӨ ЙӘРМИНКӘ- ойошторған мәктәп коллективына һәм, әлбиттә, уҡыусыларға .

 

Сәғиҙә Байназарова, мәғариф ветераны.
Сибай ҡалаһы.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас