

Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында башланғыс кластарға белем биреүсе Рәсимә Әхмәтзыя ҡыҙы Бикмәтова тап шундайҙарҙан. Ул эшен, һөнәрен, балаларҙы ярата. Дәрестәренән, уҡыусыларға, уларҙың ата-әсәләренә ҡарата мөнәсәбәтенән үк уның үҙ эшенең оҫтаһы икәнлеген тойорға була. Һәр балаға иғтибарлы ла, ихтирамлы ла. Шуға ла уны яраталар, хөрмәт итәләр.
Рәсимә Әхмәтзыя ҡыҙы сығышы менән Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылынан. 1994 йылда ауыл мәктәбен тамамлағас, Өфө педагогия колледжына уҡырға инә. Унда ике йыл белем алғандан һуң, Күмертау педагогия колледжында уҡыуын дауам итә. Хеҙмәт юлын Сибай ҡалаһының 3-сө мәктәбендә башлай. Унан “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында тәжрибә туплай. 2004 йылда юғары белем алыу ниәте менән Магнитогорск дәүләт университетына бара. 4 йыл дауамында педагог-психолог һөнәрен үҙләштерә. 2011 йылдан Сибай ҡалаһының башҡорт лицейында уҡыта. Бөгөн ул--балаларҙың яратҡан уҡытыусыһы.
Ҡыҙ һәм улдарыбыҙҙың мәктәпкә ашҡынып тороуында Рәсимә Әхмәтзыя ҡыҙының өлөшө ҙур. Шундай уҡытыусыға эләгеүебеҙгә беҙ ифрат ҡыуанабыҙ. Форсаттан файҙаланып, һөнәри байрамдары—Уҡытыусылар көнө менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ!
Гүзәл Баҡтыбаева.