Мәғлүмәт
22 Сентябрь 2023, 07:05

ҮҘ ТЕЛЕБЕҘҘӘ ҺӨЙЛӘШӘЙЕК!

Күҙ алдына килтерегеҙ әле, донъялағы бөтөн йән эйәләре лә балаларын үҙ өндәре менән иркәләй, үҙ өндәре аша табыша – баҡыра, баҡылдай, һайрай, сутылдай, өрә, мыяулай һ.б. Ә кешеләр балаһы тыуғандан алып сит өнгә күсә, имеш, сәңгелдәктән үк имтихан бирергә әҙерләй. Тәбиғәт кеше мейеһенә шундай мөмкинлек биргән: кеше әллә нисә тел үҙләштерә ала, аңлай, һөйләшә. Тик туған телең – ҡан телең иҫәбенә булмаһын тигән фекер һалынған был сифатҡа. Үҙ аңыбыҙ менән йәшәйек, туғандар, тәбиғәт ҡанундарынан тайпылмайыҡ, баланы беҙ үҙебеҙҙең дауамыбыҙ итеп табабыҙ бит!

ҮҘ ТЕЛЕБЕҘҘӘ ҺӨЙЛӘШӘЙЕК!ҮҘ ТЕЛЕБЕҘҘӘ ҺӨЙЛӘШӘЙЕК!
ҮҘ ТЕЛЕБЕҘҘӘ ҺӨЙЛӘШӘЙЕК!

МӘРЙӘМ БУРАҠАЕВА ЯҘМАҺЫНА ИҒТИБАР ИТЕГЕҘ:


Атай-әсәйҙәр ни өсөн аң бутаусылар фекеренә нығыраҡ ҡолаҡ һала? Ошо аңлашылмай. Ә бит...
Беҙ әле йәшәү ҡағиҙәһе итеп алған ҡанундарҙан тыш Тәбиғәт ҡанундары бар. Кешелек донъяһы ла, ундағы бар тереклек тә, үҫемлек донъяһы ла ошо ҡанундар менән йәшәй, аҙ ғына тайпылыу ҙа төҙәтә алмаҫлыҡ хаталарға килтерә. Әммә Ер йөҙөндәге иң аңлы тип һаналған кешеләр ошо ҡанундарҙы тупаҫ боҙа. Сөнки кеше алдауға, алдаштырыуға, аң бутауға тиҙ бирешә. Мәҫәлән, “Урал батыр” эпосында кешене ҡол иткең килһә, уның теленә хужа бул тигән фекер әйтелгән. Аң бутаусылар быны оҫта файҙалана.
Байлыҡ яратыусыларға – байлыҡ, һылыу ҡыҙға ымһыныусыларға – ҡыҙҙар, вазифа яратыусыларға – вазифа вәғәҙә итеп, телебеҙгә хужа булырға, телһеҙ ҡалған халыҡты илһеҙ ҙә ҡалдырып, ҡол хәлендә ҡалдырмаҡсылар. Ә ҡол кем ул? Үҙең өсөн йәшәмәү, икенселәр мәнфәғәте өсөн көс түгеү. Аң бутаусылар кешенең, айырыуса әсәйҙәрҙең иң нескә тойғоларына баҫым яһайҙар һәм иң ғәзиздәре - балалары мәнфәғәте аша эш итәләр. Имеш, туған тел - артыҡ йөк, балаң наҙан ҡала. Мин ҡыҫҡа ғына сығышымда бер теләк әйтәм: аң бутаусыларға ышанып, үҙ аңығыҙҙы юғалтмағыҙ. Тәбиғәт ҡанундары менән йәшәгеҙ. Ә тәбиғәттә һәр йән эйәһе үҙ балаһы менән ӨН аша аралаша, өн аша яҡыная, күңелдәре өн аша тоташа. Ҡаныбыҙға һалынған тойғолар: күңел яҡынлығы, һәләт, илһам, сәләмәтлеккә тәьҫир, аң яҡтылығы, зирәклек ошо өн-моң аша асыла. Тимәк, ҡанға һалынған бөтөн рухи ҡиммәттәрҙең асҡысы – ул туған өн. Туған өнһөҙ ҡалыу, тимәк, туған тел аша аралашмау, балабыҙҙы туған телдән яҙҙырыу арҡаһында улар туған моңда йырламай. Тимәк, быуындан-быуынға күсә килгән ҡан һәләте уянмай; кеше йыр аша нерв күҙәнәктәренә ыңғай йоғонто яһай алмай, тимәк, үҙ сәләмәтлегенә тәьҫир итә алмай; балалар атай-әсәйҙәре менән күңел яҡынлығы тоймай (күҙ алдына килтерегеҙ әле, донъялағы бөтөн йән эйәләре лә балаларын үҙ өндәре менән иркәләй, үҙ өндәре аша табыша – баҡыра, баҡылдай, һайрай, сутылдай, өрә, мыяулай һ.б.). Ә кешеләр балаһы тыуғандан алып сит өнгә күсә, имеш, сәңгелдәктән үк имтихан бирергә әҙерләй. Тәбиғәт кеше мейеһенә шундай мөмкинлек биргән: кеше әллә нисә тел үҙләштерә ала, аңлай, һөйләшә. Тик туған телең – ҡан телең иҫәбенә булмаһын тигән фекер һалынған был сифатҡа. Үҙ аңыбыҙ менән йәшәйек, туғандар, тәбиғәт ҡанундарынан тайпылмайыҡ, баланы беҙ үҙебеҙҙең дауамыбыҙ итеп табабыҙ бит!

 

Фото: emilia-spanish.ru

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас