Һеҙҙең биометрик мәғлүмәтте кем ҡуллана ала?
Дәүләт кенә ҡулланырға тейеш. Берҙәм биометрик система Рәсәй Федерацияһының Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы һәм Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкыһы башланғысы менән ойошторолдо. Уны һеҙҙең ризалыҡтан тыш ҡулланыу мөмкин түгел, һәм система ышаныслы яҡланған.
Атап үтелгән системала һеҙҙең биометрияның булыу-булмауын нисек белергә?
Дәүләт хеҙмәттәрендә ҡарарға була. Бының өсөн «Профиль» бүлегенә инергә, «Биометрия» өлөшөн һайларға кәрәк. Әгәр биометрияғыҙҙы рәсмиләштерелмәгән булһағыҙ, «Биометрия теркәлмәгән» тигән яҙыу сығасаҡ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан