Июль айы башында 55 йыл элек, 1968 йылда, Баймаҡ интернат-мәктәбен тамамлаған (10-сы А һәм Б кластары) һабаҡташтарым менән осрашып, әйтеп бөтөргөһөҙ ҡыуаныслы минуттар кисерҙек.
Беҙҙең һуңғы осрашыу 1998 йылда булғайны. Шул ваҡыттан 25 йыл үтеп тә киткән. Юлдары алыҫ, урау булыуға ҡарамаҫтан, (Өфө, Ырымбур, Белорет, Учалы, Хәйбулла, Йылайыр, Әбйәлил, Баймаҡ райондарынан) һабаҡташтарым осрашыуға ашҡынып килеп еттеләр. Тиҫтә йылдар үткәндән һуң, элекке һабаҡташтарҙың тулы составта йыйылыуы--үтә лә һирәк күренеш. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең ике кластан да бик күптәр гүр эйәһе булған. Осрашыуҙа 43 кеше (хәләл ефеттәре менән) булдыҡ.
Осрашыу хозур тәбиғәтле Талҡаҫ күле янындағы турбазала (элекке "Березка" пионерҙар лагеры) үтте. Ошо урында мин ойоштороусылар тураһында әйтеп үтмәксемен. Әгәр ҙә улар ошо яуаплы эште үҙ өҫтәренә алмаһалар, осрашыу килеп сыҡмаҫ ине. "А" класынан Менәүәрә Абыҙгилдина менән "Б" класынан Зифа Баязитоваға мең рәхмәтлебеҙ. Йәшәгән урындары билдәле булмаған класташтарҙы эҙләп табып, улар менән бәйләнешкә инеү, иғәнә йыйыу улар иңендә булды. Ә инде Зифаның был сараны Талҡаҫтағы турбазала үткәрергә тигән тәҡдиме бигерәк уңайлы һәм уңышлы булып сыҡты. Үҙе турбазаға барып, хужаһы менән һөйләшеп, меню төҙөп, Түбә ҡасабаһына барып, ҡымыҙ һөйләшеп, иртәгеһенә ҡалырға теләгәндәр өсөн йоҡларға урын йүнләп йөрөүе (ысынлап та, күптәребеҙ икенсе көнгә ҡалып, һыу төштөк, ял иттек) әйтеүе генә анһат, беҙҙең ҡулдан килмәҫ ине ул... Ошо урында Зифаның һәр теләген, һорауын үтәргә тырышып, беҙгә иҫтәлекле байрам үткәрергә мөмкинселек тыуҙырған турбазаның хужаһы Вәлиев Салауат Хәдит улына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ (әйткәндәй, ул Сибайҙағы “Ирәндек” боҙһарайында баш тренер булып та эшләй икән) һәм эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Сарабыҙҙың башында иң тәүҙә мәрхүм һабаҡташтарыбыҙға аят бағышланды. Аятты Баймаҡтан һабаҡташыбыҙ Әхмәтшәкир Бураншин менән Йылайыр районы Яманһаҙ ауылынан килгән һабаҡташыбыҙ Фатиманың хәләл ефете имам Урал Булатасов уҡыны.
Беҙгә сараны алып барыусыны эҙләйһе түгел: үҙебеҙҙең алыштырғыһыҙ алып барыусыбыҙ (уның шәп алып барыусы икәне бөтә республикаға билдәле) Зифабыҙ бар. Шул тиклем матур, күңелле итеп алып барҙы. Райондар буйлап гастролдәрҙә йөрөгәс, һабаҡташтарыбыҙ менән осрашып тора, улар тураһында күп белә. Һабаҡташтарыбыҙҙың һәр сығышын тулыландырып, өҫтәп торҙо. Һәр беребеҙ үҙенең тормошо, хеҙмәт юлы, ғаиләһе, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән таныштырҙы. Һабаҡташтарымдың барыһы ла бына тигән данлы тормош юлы үткән. Кемдәр генә юҡ араларында! Етәксе вазифала эшләгәндәр күп, уҡыу йорто директорҙары, уҡытыусылар, ауыл хужалығында эшләгәндәр...Бөтәһен дә һанап сығыу мөмкин түгел, бер нисәүһен генә әйтәм: юридик фәндәре докторы, профессор, 2014 йылдан 2022 йылдың сентябренә тиклем Башҡортостандың Конституцион Суды рәйесе Зөфәр Еникеев, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, Рәсәй һалым полицияһының почетлы хеҙмәткәре Әхмәтшәкир Бураншин, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Менәүәрә Абыҙгилдина, Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы, "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалына, К. Станиславский исемендәге Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзының алтын миҙалына лайыҡ булыусы актриса Зифа Баязитова. Дауаханала ятыу сәбәпле, осрашыуға килә алмаған һабаҡташыбыҙ Рәмил Зәйнуллин Кушнаренко, Туймазы райондарында гел етәксе вазифалар башҡарҙы. Ә инде бер ҡайҙа китмәй, тыуған төйәгенә тоғро ҡалған, шунда хеҙмәт иткән ике класташ менән (Фәтих Низамов--шофер, Рәмил Вәлиев--бухгалтер) нисек ғорурланмайһың инде?!
Һәр һабаҡташ тураһында китап яҙырға булла. Өс баянсыбыҙ баяндарын алып килгән: Ҡадир, Илдус, Зөфәр. Рәхәтләнеп баяндарға ҡушылып йырланыҡ, бейенек... Тағы ла бер оҫта баянсыбыҙ Сәйет Сапаров мәрхүмде лә иҫкә алып китәйек. Йәл, бик иртә китеп барҙы. Ошо дүрт баянсы араһында Илдусыбыҙ профессионал баянсы: Стәрлетамаҡ мәҙәниәт ағартыу училищеһын тамамлаған. Бынан тыш, ул бик күп техник һөнәрҙәр алып, намыҫлы эшләп хаҡлы ялға сығып, матур ғаилә ҡороп, хәләл ефете Миңһылыу менән балалар ейән-ейәнсәрҙәр үҫтереп, бына ярты быуат Сибай ҡалаһында һоҡланғыс ғаилә булып, тиң, татыу ғүмер кисерәләр.
Беҙҙең А класынан Бүранбай Исҡужин (уҡығанда уның исеме Бүребай ине) үҙенең үҙенсәлекле ижады менән әҙәбиәт донъяһында яҡты эҙ ҡалдырҙы.
Тағы ла шуны билдәләр инем: олоғайҙыҡ, тип өйҙә генә ултырмаған ҡыҙҙарыбыҙ ағинәйҙәр ойошмаһында тора, фольклор ансаблдәрендә сығыш яһай, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын етәкләй... Ғөмүмән, һәр һабаҡташыбыҙ хаҡында матур һүҙҙәр әйтергә була, барыһы ла өлгөлө хеҙмәт юлы үтте, әле лә күркәм донъя көтәләр.
Осрашыу мәлендә беҙ барыбыҙ ҙа бер хәсрәтһеҙ бала саҡ һәм ялҡынлы, күңелле йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайтҡандай булдыҡ. Был шатлыҡлы кисерештәр бик оҙаҡ ваҡыт күңелдәрҙе йылытып торор!
Әйткәндәй, беҙ бынан был яғына йыл да осрашып торорға, тип һөйләштек әле. Аллаһ биреп, имен-һау, теүәл генә булайыҡ! Иң мөһиме--донъялар имен булһын!
Сәғиҙә Байназарова, мәғариф ветераны.
Сибай ҡалаһы