Мәғлүмәт
16 Июль 2023, 15:15

МӘКТӘПКӘ ЙЫЙЫНЫРҒА ЯРҘАМ ИТ!

Башҡортостанда «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһы бара – йәй аҙағына тиклем теләгән һәр кем аҙ тәьмин ителгән, күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләрҙәге балаларға, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларға яңы уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам итә ала.

Түбәндәге исемлек буйынса мәктәп кәрәк-яраҡтары килтерергә мөмкин:

  Канцелярия тауарҙары һәм ижад өсөн материалдар - тик яңы булырға тейеш
  Портфелдәр һәм мәктәп формаһы - яҡшы хәлдә йәки яңылары
  Дәреслектәр һәм нәфис әҙәбиәт - яҡшы хәлдә йәки яңы

Ҡайҙа йыялар? Республика ҡала һәм райондарындағы район-ара "Ғаилә" үҙәктәре һәм уларҙың бүлексәләре базаһында https://vk.cc/chDhBD

Мин дә ярҙам итә аламмы? Акцияла теләгән һәр кем – айырым кешеләр, коммерция ойошмалары, дәүләт учреждениелары һәм хакимиәт коллективтары ҡатнаша ала.

Әйткәндәй, акцияны «Ғаилә» үҙәктәре һәм Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы 13-сө тапҡыр үткәрә. Тулыраҡ ошонда: https://vk.cc/cpsVqZ

Өҫтәмә мәғлүмәтте 8 (800) 347-5000 номеры буйынса асыҡларға мөмкин

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас