+30 °С
Болотло


Хәйбулла районынан үҙ теләге менән махсус операцияға сираттағы төркөм юлланды. Улар контракт буйынса хеҙмәт итәсәк. Тәүҙә хәрби әҙерлек үтәсәк, унан махсус операция биләмәһенә оҙатыла.
--Еңел булмаған заманда ҡыйыу ҡарарға килдегеҙ. Һеҙгә тылдан ярҙам булыр. Рух ныҡлығын ташламаһын, имен-һау ҡайтығыҙ,--тине оҙатыу сараһында Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәрипов.