АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
13 Июль 2023, 06:40

УНДА БАРЫҺЫ ЛА ИКЕНСЕ...

--Тыныс ерҙә йәшәгән һымаҡбыҙ, әммә операция барған биләмәгә ингәс, бөтә донъя баш түбән әйләнә. Унда барыһы ла икенсе төрлө...

УНДА БАРЫҺЫ ЛА ИКЕНСЕ...УНДА БАРЫҺЫ ЛА ИКЕНСЕ...
УНДА БАРЫҺЫ ЛА ИКЕНСЕ...

--Гуманитар ылауҙы миңә оҙатып барыу кәрәклеген бер көн алдан ғына белдем. Шылтыратып әйттеләр, уйлап та торманым, ризалаштым,--ти Баймаҡ районы Түбә ауылы биләмәһе башлығы Әлфирә Самат ҡыҙы.

Гуманитар ярҙам халыҡ көсө менән райондың Халыҡ ижады үҙәгендә йыйыла. Исемле посылкалар күп була. Күмәк көс менән йыйылған ылау Луганск Халыҡ Республикаһына ебәрелә. Уны Әлфирә Хәлитованан тыш, хакимиәттең финанс идаралығы начальнигы Илнур Дәүләтбаев, өс водитель оҙатып бара.

--Утыҙлаған машина барҙыҡ. Магнитогорскиҙан, республиканың төрлө райондарынан ине улар. Ҡайҙан булғандарҙыр—теүәл иҫләмәйем. Маршрут Ырымбур, Һамар, Волгорад, Ростов өлкәһе аша үтте. Барлығы биш көн, дүрт төн юл үттек. Машинала йоҡланыҡ, водителдәр алмашынып торҙо,--ти Әлфирә Самат ҡыҙы.

Күргәндәренән төрлө тәьҫорат кисергән ылау оҙатыусы:

--Тыныс ерҙә йәшәгән һымаҡбыҙ, әммә операция барған биләмәгә ингәс, бөтә донъя баш түбән әйләнә. Унда барыһы ла икенсе төрлө. Бер яҡтан, өйҙәр, юлдар ремонтлана. Әйткәндәй, урыны менән асфальт беҙҙекенән яҡшы. Шулай ҙа һуғыш эҙемтәләре күренә,--ти Ә.С.Хәлитова.--Әгәр мөмкинлек булһа, тағы барыр инем. Беҙ үҙебеҙҙкеләргә ярҙам итергә тейеш. Егеттәребеҙ беҙҙе, илде һаҡлайбыҙ тип, батыр аҙымға барған. Барыһы ла рәхмәт әйтте, сәләм еткерҙе.

 

Резеда Усманова тәржемәһе.

Сығанаҡ: “Баймакский вестник” гәзите.

 

 

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас